Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКОЛАЕВ Василий Семёнович

Просмотров: 1480

НИКОЛАЕВ Василий Семёнович (21.3.1907, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Семёнкин а., хәҙер БР‑ҙың Саҡмағош районы Яңы Семёнкин а., — 29.12.1989, Кемерово өлкәһе Банново а.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып БАССР‑ҙың Шаран районы “Йәшлек” колхозында, 1937 й. — Мәскәү ҡ., 1939 й. — Төньяҡ Осетин АССР‑ында эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл армияла. 1942 й. июненән Көньяҡ, Төньяҡ‑Көнбайыш һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 28‑се армияның 5‑се гвардия механизацияланған бригадаһы 1‑се мотоуҡсылар батальоны пулемётсыһы гвардия рядовойы Н. 1944 й. 10 мартында Украина ССР‑ының Берислав ҡ. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Төньяҡ Осетин АССР‑ында, 1950 й. алып Шаран районының Три Ключа ауыл советы рәйесе, “Йәшлек” колхозы бригадиры, 1955 й. башлап Банново а. эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары менән бүләкләнгән. Саҡмағош районы Саҡмағош а. һәм Банново а. урамдарға Н. исеме бирелгән, Банново а. һәм тыуған ауылында уға бюст ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 04.02.2020
Дата последнего обновления публикации: 02.09.2022