Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКОНОВ Алексей Васильевич

Просмотров: 983

НИКОНОВ Алексей Васильевич (11.3.1911, Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Софийское а., хәҙер Ырымбур өлкәһе Софиевка а., — 9.7.1937, Брунете ҡ., 3.5.1989 Мадрид ҡ. күсереп ерләнгән, Испания), Советтар Союзы Геройы (1937). Испаниялағы граждандар һуғышында (1936—39) ҡатнашыусы. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлаған. 1928—30 йй. БАССР‑ҙың Әлшәй районында эшләгән. 1930 й. алып Ҡыҙыл армияла. Герой исеменә танк командиры сержант Н. 1937 й. июлендә Гвадалахара ҡ. (Испания) янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1937), Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнгән (икеһе лә — 1937). Әлшәй районы Раевка а. һәм Аксёнов а. (ул уҡыған мәктәп янында) Н. һәйкәл ҡуйылған, шулай уҡ Аксёнов а. уның исеме менән урам аталған.

  Әҙәб.: Ф р и д м а н В. Герой республиканского Мадрида //Лицом на запад. Уфа, 1972.  

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.01.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: