Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛИННИК Виктор Николаевич

Просмотров: 1473

ЛИННИК Виктор Николаевич (2.7. 1942, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Шафран ҡсб), муз.‑йәмәғәт эшмәкәре, педагог‑методист, дирижёр. РФ‑тың (1993) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Музыка уч‑щеһын (Ҡурған ҡ., 1965; И.И.Кошкин класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1971; В.Ф.Беляков класы) тамамлаған. 1964 й. алып – Кетовка музыка мәктәбе (Ҡурған өлк.), 1966 й. – Дәүләкән с‑зының балалар музыка мәктәбе филиалы уҡытыусыһы; 1969 й. башлап Дәүләкән музыка уч‑щеһында уҡыта, 1970 й. – дир., 1980 й. – Респ. халыҡ ижады һәм мәҙәни‑ағартыу эше ғилми‑методик үҙәге дир., 1986 й. — Өфөнөң 84‑се урта ПТУ‑һы дир. урынбаҫары, 1987 й. — Өфө сәнғәт уч‑щеһы дир., 2001 й. – БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы уҡыу йорттары һәм кадрҙар бүлеге нач., 2007 й. — БР Мәҙәниәт министрлығының Респ. мәғариф б‑са уҡытыу-методик үҙәгенең дир. урынбаҫары, 2008 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Халыҡ ҡоралдары милли оркестры һәм Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының халыҡ музыка ҡоралдары оркестры м-н хеҙмәттәшлек итә. Сәнғәт училищеһында музей асыу (1989), оркестр ойоштороу һәм башҡ. халыҡ ҡоралдары бүлеген асыу (1992) инициаторы. Ш.Ибраһимов ис. Респ. хор дирижёрҙарының асыҡ конкурсын (1994 й. алып) һәм “Маэстро” Бөтә Рәсәй урта‑махсус уҡыу йорттары уҡыусылары араһында халыҡ ҡоралдары оркестрҙары дирижёрҙары конкурсын (2002 й. алып; икеһе лә — Өфө) үткәреү инициаторҙарының һәм ойоштороусыларҙың береһе. Халыҡ ҡоралдарында уйнау мәсьәләләре б‑са 10 уҡытыу‑методик белешмә һәм дәреслек; башҡ. комп. әҫәрҙәрен халыҡ ҡоралдары ансамбле өсөн эшкәртмәләр авторы.

Х е ҙ м.: Самоучитель игры на башкирской думбыре по нотно-цифровой системе. Уфа, 2004 (авторҙ.)

 

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: