Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МӘҘИНӘКӘЙ”, халыҡ йыры

Просмотров: 1070

“МӘҘИНӘКӘЙ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 20 б. 40‑сы йй. З.Ғ.Исмәғилев тарафынан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Йырҙың һәм легенданың варианттарын К.М.Дияров, С.Ә.Галин, Ф.Х.Камаев, И.В.Салтыков, Н.Д.Шоңҡаров яҙып ала. Йырҙа яратмаған кешеһенә кейәүгә бирелгән һәм һуңынан тол ҡалған Мәҙинәнең зарлы яҙмышы т‑да һүҙ бара. Йола б‑са, тол ҡатынға мәрхүм иренең ҡустыһын өйләндерәләр (ҡара: Левират). Икенсе фараз б‑са, Мәҙинә һөйгән йәренә кейәүгә сыға, әммә байҙарҙың улдары уларҙың бәхетле тормошона көнләшеп, ирен үлтерәләр. Ауыр ҡайғыға сыҙай алмай Мәҙинә вафат була. Лирик характерҙағы йыр, алмашыныусан метроритмик структуралы. Көйө квинта һәм секста эсендә бер ижекте һуҙып, боролошло итеп йырлауға ҡоролған орнаменттар м‑н байытылған. Көйҙөң баҫҡыстар буйлап юғарыға күтәрелеүе һәм түбәнәйеүе йырға үҙенсәлек бирә. Башҡарыусылар араһында Дияров. Йырҙы Н.Ш.Ғөбәйҙуллин тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995. 

Г.Ә.Ишкинина

 Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019