Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОХЛЕБИНИН АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

Просмотров: 1134

ОХЛЕБИНИН АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Иглин р‑нының Охлебинин а. эргәһендә урынлашҡан. О.а.к. 2 ҡаласыҡ һәм ҡәберлек инә. Охлебинин ҡаласығы II б.э.т. 4 б. — б.э. 3 б. ҡарай.__ Ауылдан төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта, Ағиҙел й. уң ярында, бейек (120 м) моронда урынлашҡан. 19 б. аҙ. В.В.Гольмстен һәм Д.Н.Эдинг тарафынан асыла, 20 б. 30‑сы йй. М.И.Касьянов, 1965—66 йй., 1983 й. А.Х.Пшеничнюк өйрәнә. 500 м2 ашыу ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ ур (бейеклеге 2,5 м, оҙонлоғо 850 м) һәм соҡор м‑н уратылған. Ҡоролма ҡалдыҡтары табылған, ул уртаһында усағы булған, 22×6 м дүрт мөйөшлө торлаҡ, тип фараз ителә. Керамика муйыны тирәләй бәләкәй генә соҡорло биҙәк баҫылған, өсмөйөш һәм кәкерсәктәр м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Тире эшкәртеү бысаҡтары, тимер бысаҡтар һәм салғы һынығы, таш һәм балсыҡ орсоҡбаштар табылған. 1965 й. алтын муйын ҡулсаһынан һәм 7 тәңкәнән, 35 бронза атламанан, эре быяла мәрйен бөртөктәренән торған хазина табылған. Охлебинин ҡаласығы III б.э.т. 4—2 бб. ҡарай. Ауылдан көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта, Ағиҙел й. уң ярында, ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1983 й. Пшеничнюк тарафынан асыла, 1989 й. И.М.Аҡбулатов тикшерә. Яҡынса 12 м2 ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ ур һәм соҡор (тәрәнлеге 4—5 м, оҙонлоғо 80 м) м‑н нығытылған. Һыҙыҡтар һәм һырҙар м‑н биҙәлгән һауыт ҡалдыҡтары табылған. Охлебинин ҡәберлеге б.э.т. 4 б. — б.э. 2 б. ҡарай. Ауылдан төньяҡ-көнсығышҡа табан 4,5 км алыҫлыҡта, Эҫем й. тамағында урынлашҡан. 1964 й. Г.И.Матвеева тарафынан асыла, 1965 й., 1980—82 йй. Пшеничнюк өйрәнә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәргә ҡарай. 635 ҡәбер тикшерелгән. Мәйеттәр ҡабыҡҡа төрөп һай (1—1,3 м) соҡорҙарҙа салҡан һалып, аяҡтары м‑н башлыса йылғаға ҡаратып ерләнгән. Ир заты ҡәберҙәрендә — ҡорал (тимер ҡылыстар һәм хәнйәрҙәр, өс ҡырлы бронза һәм һөйәк уҡ башаҡтары), бронза тәңкәләр м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, ҡатын-ҡыҙҙыҡында биҙәнеү әйберҙәре (бронза муйын ҡулсалары, быяла, тау гәлсәре, халцедон муйынсаҡтар, алтын һәм бронза сулпылар, бронза тәңкәләр м‑н биҙәлгән йәнлек стилендәге бил ҡайыштары, бәләкәй ҡыңғырау рәүешендәге сулпылар) табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: П ш е н и ч н ю к А.Х. Хронология и периодизация погребальных комплексов Охлебининского могильника //Хронология памятников Южного Урала. Уфа, 1993.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: