ЛОСКУТОВ Виктор Георгиевич
ЛОСКУТОВ Виктор Георгиевич (27.9.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яңауыл ҡсб, хәҙ. Яңауыл ҡ., — 23.2.1970, Калининград ҡ.), лётчик, майор (1960). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби-диңгеҙ авиация уч‑щеһын (1944) һәм Хәрби-диңгеҙ флотының Юғары офицерҙар осоу-тактика курстарын (1952) тамамлаған. 1941 й. алып Совет Армияһында. 1944 й. майынан Ҡара диңгеҙ, Балтик һәм Тымыҡ океан флоттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә Тымыҡ океан флоты Хәрби һауа көстәре 10‑сы пикелаусы бомбардировщиктар авиация див. 34‑се яҡын бомбардировка авиация полкы лётчигы лейт. Л. 1945 й. 10—15 авг. Расин портында (Наджин ҡ., Корея) Японияның хәрби кораблдәрен юҡ иткәне өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1962) “Храброво” аэродромы (Калининград өлк.) эргәһендәге авиаоҫтаханалар дир. булып эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Яңауылда Л. уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев
Портрет: В.Г.Лоскутов