Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЫСЕНКОВ Алексей Максимович

Просмотров: 1803

ЛЫСЕНКОВ Алексей Максимович [19.4.1921, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Константиновка а. (БР‑ҙың Туймазы районы) — 19.3.1945, Гуттамаши а., Венгрия], артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев артиллерия училищеһын тамамлаған (1943). 1938—40 йй. Туймазы районының К.Е.Ворошилов исемендәге колхозында эшләй. 1940 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. июненән Карелия, 1‑се һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы танк армияһы 5‑се гвардия танк корпусы 1458‑се үҙйөрөшлө артиллерия полкының батарея командиры кесе лейтенант Л. 1944 й. ғинуар—февралендә Корсунь-Шевченковский операцияһы барышында күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1944), Александр Невский (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнгән. Л. исеме Туймазы ҡ. урамға бирелгән, Геройҙар аллеяһында уға һәйкәл, Константиновка а. ул уҡыған мәктәп бинаһына һәм Корсунь-Шевченковский ҡ. мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023