Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЙСКИЙ Сәхиб Нурлығаян улы

Просмотров: 1170

МАЙСКИЙ (Мәхүбғәлиев) Сәхиб Нурлығаян улы [17.1.1901, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бигәнәй а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 24.1.1943, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 12.3.1943; Ростов өлк. Багаевская станицаһы], подполковник (1941). Советтар Союзы Геройы (1940). Граждандар һуғышында, 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Татар респ. советтарының ҮБК ис. Берләшкән татар-башҡорт хәрби мәктәбен тамамлаған (Ҡазан, 1925). 1919 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1939—40 йй. Төньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә. 1941 й. июненән Көньяҡ фронтта уҡсылар полкы ком., механизацияланған бригада ком. урынбаҫары. Герой исеменә 13‑сө армияның 150‑се уҡсылар див. 674‑сы уҡсылар полкының батальон ком. капитан М. 1939 й. 23 дек. Коуккуниеми а. (Финляндия) өсөн алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1940), Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән. М. исеме Борай р‑ны Борай а., Багаевская станицаһындағы, Бигәнәй а. урамдарға бирелгән, ш. уҡ тыуған ауылында уға һәйкәл, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023