Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАКСИМЧА Иван Васильевич

Просмотров: 1288

МАКСИМЧА Иван Васильевич [14.9.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Николаевка а. (БР‑ҙың Миәкә районы) — 26.4.1985, Өфө ҡ.], лётчик, майор (1946). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тамбов хәрби-авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1943). 1939 й. алып колхозда, 1940 й. — Өфө ҡ. эшләй. 1941 й. башлап Совет армияһында. 1943 й. майынан Брянск һәм 2‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 15‑се һауа армияһының 225‑се штурмлау авиация дивизияһы 810‑сы штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры капитан М. 104 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) граждандар авиацияһында лётчик булып эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1945 й. феврале һәм марты), Александр Невский (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. М. исеме Өфө ҡ. 53‑сө белем биреү үҙәгенә, Миәкә районы Николаевка һәм Ҡырғыҙ-Миәкә аа. урамдарға, Новый Мир а. урта мәктәпкә бирелгән, Новый Мир а. уға бюст, Өфө ҡ. ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.02.2024