Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАНЬШИН Василий Петрович

Просмотров: 1005

МАНЬШИН Василий Петрович  [8.8.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны  Шкапов а. (БР‑ҙың Бишбүләк  р‑ны) — 18.4.1945, Терфердорф торама  пунктында (Германия) ерләнгән],  Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында  ҡатнашыусы. 1943 й. мартынан  37‑се армияның 15‑се гвардия  уҡсылар див. 43‑сө гвардия артиллерия  полкында батарея телефонсыһы,  1945 й. алып 3‑сө һәм 1‑се  Украина фронттарында 5‑се гвардия  армияһының 15‑се гвардия уҡсылар  див. 43‑сө артиллерия полкында орудие  расчёты ком. булып хеҙмәт итә.  Дан орд. м‑н М. 1944 й. 2 һәм  3 февр. Кривой Рог ҡ. (Украина  ССР‑ы), 1945 й. 12—17 ғин. Буско-  Здруй ҡ. (Польша), 17 һәм 19 мартта  Гроткау ҡ. (Германия; хәҙ. Гродкув  ҡ., Польша) тирәһендә барған  алыштарҙа күрһәткән батырлығы  өсөн лайыҡ була. 1‑се (1946), 2‑се  (1945), 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд.  м‑н бүләкләнгән. 

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023