Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАСЛОВ Василий Иванович

Просмотров: 1070

МАСЛОВ Василий Иванович [1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Анновка а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 8.10.1944, Элкуземе ст., Вайнеде ҡсб (Латвия) ерләнгән], танкист, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Ырымбур танк уч‑щеһын (1943) тамамлаған. 1938—42 йй. Йылайыр р‑нының К.Е.Ворошилов ис. к‑зында эшләй. 1942 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. башлап 4‑се Украина, 1‑се һәм 2‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се Балтик буйы фронтының 6‑сы гвардия армияһы 19‑сы танк корпусы 79‑сы танк бригадаһының 3‑сө танк батальоны өлкән адъютанты лейт. М. 1944 й. 8 окт. Элкуземе янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. М. исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Булатов Г. Бессмертный подвиг //Лицом на запад. Уфа, 1972.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019