Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕЛЬНИКОВ Борис Васильевич

Просмотров: 1101

МЕЛЬНИКОВ Борис Васильевич (8.8.1923, Томск ҡ. — 6.12.1951, Украина ССР‑ы Еленовские карьеры ҡсб), лётчик, капитан (1947). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө аэроклубын (1939) һәм Молотов пилоттар хәрби мәктәбен (Пермь ҡ., 1942) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. февр. башлап Төньяҡ-Көнбайыш, Воронеж, Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 10‑сы авиация корпусының 8‑се гвардия авиация див. 143‑сө гвардия авиация полкының авиация эскадрильяһы ком. урынбаҫары гвардия өлкән лейт. М. 230 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1948) Еленовские карьеры ҡасабаһында эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944, 1945), Александр Невский (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: Б.В.Мельников

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.10.2022