Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИҢЛЕБАЕВ Ғүмәр Хажинур улы

Просмотров: 1151

МИҢЛЕБАЕВ Ғүмәр Хажинур улы [22.10.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Урҙайбаш а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 19.11.1999, Геленджик ҡ.], лётчик, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Молотов пилоттар хәрби мәктәбен (Пермь ҡ., 1942), Өфө Юғары партия мәктәбен (1959) һәм Алма-Ата халыҡ хужалығы институтын (1965) тамамлаған. 1941 й. алып Совет армияһында. 1943 й. апреленән Көньяҡ, 4‑се Украина, 3‑сө, 2‑се, 1‑се Балтик буйы, Ленинград фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се авиация корпусының 289‑сы штурмлау авиация дивизияһы 947‑се штурмлау авиация полкының авиация эскадрильяһы командиры урынбаҫары лейтенант М. 1945 й. 23 февралендә 120 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Ҡаҙаҡ ССР‑ының партия ойошмаларында, 1959 й. алып “Туймазынефть” НГДУ‑һында (Октябрьский ҡ.) эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985) ордендары менән бүләкләнгән. М. исеме Өфө ҡ. һәм Бүздәк районы Бүздәк а. урамдарға, Геленджик ҡ. 9‑сы төп мәктәпкә бирелгән, мәктәп бинаһына уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.10.2022