Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МИРАҪ”, йыр һәм бейеү ансамбле

Просмотров: 1439

“МИРАҪ”, йыр һәм бейеү фольклор ансамбле (Өфө). 1992 й. ӨПЭЗ эргәһендәге Салауат Юлаев ис. бейеү ансамбле нигеҙендә ойошторола. Ойоштороусыһы һәм беренсе художество етәксеһе — Г.В.Анищенко. Репертуар нигеҙендә Рәсәй халыҡтары бейеүҙәренең үҙенсәлекле интерпретациялары. Тәүге постановкалары: башҡ. — “Йәшлек”, “Ҡурайсылар”; урыҫ — “Дыуамал бейеү” (“Шальная”); татар — “Өс пар”; украин — “Диканька эргәһендәге утарҙа кистәр” (“Вечера на хуторе близ Диканьки”); мари — “Яҙғы мотивтар” (“Весенние мотивы”); молдован — “Букурия”; удмурт — “Зигзагтар” (“Зигзаги”) һ.б. бейеүҙәр. Ансамблдең тәүге солистары: БР‑ҙың атҡ. артистары А.В. һәм Е.Ю. Голубкиндар, С.А.Кислицын, М.М. Нефёдова һ.б. 2002 й. алып бейеүҙәр ансамблдең үҙ оркестрына ҡушылып башҡарыла (муз. етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре С.Е. Гориченский). Театрлаштырылған хореографик постановкалар: “Һабантуй”, “Арҡайым батырҙары”, “Ауылда кис” (“Вечер на деревне”), “Батырҙар” (“Удальцы”), “Ватандың данлы улдары” (“Отчизны — славные сыны”), ш. уҡ йәһүд, мордва, сыуаш бейеүҙәре ҡуйыла. 2007 й. “М.” составына хор (художество етәксеһе Н.Н.Иҡсанова, баш хормейстеры Э.Х.Ғәйфуллина), йырсылар А.К.Тимеров, БР‑ҙың атҡ. артистары Р.Я.Иҙрисова, Н.М.Тимерова һ.б., 2009 й. “Забава” ансамбле инә. Репертуар халыҡ йолаларын сағылдырған “Салауат мираҫы” (З.Ғ.Исмәғилев муз.), “Күгәрсенкәйҙең башы алтын” (“У голубки золотая голова”), “Ҡул эштәре оҫталары”, “Өлгөр” вокаль- хореографик, “Силифке”, “Камаль Паша”, “Дончактар” (“Дончаки”), “Илкәйем”, “Әлләрүк”, “Аҡ ҡайындар” (“Белые берёзы”) хореографик һ.б. композициялар м‑н тулылана. “М.” Рәсәй һәм сит илдәр (Бельгия, Германия, Испания, Италия, Франция һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Художество етәкселәре: Анищенко (1991 й. алып), В.Г.Степанов (2001 й. алып), Иҡсанова (2007 й. алып). Бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар: Анищенко, Р.Ф.Ғәбитов, М.А.Кәримов, РФ‑тың атҡ. артисы В.И.Мунтян, ТР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре С.Д.Сентябов, Степанов, А.Сугоняк һ.б. Дир.: Степанов (2007 й. алып), А.Ә. Искәндәров (2014 й. алып), И.Ҡ.Ноғманова (2015 й. алып), “Берҙәмлек” — “Содружество” Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале (Өфө, 1993; Гран-при), Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре (Милан ҡ., Италия, 1997; Мадрид, Мерида ҡҡ.; икеһе лә — 2004; Теруэль ҡ., 2006, Гран-при; бөтәһе лә —Испания; Элвас ҡ., Португалия, 2004, 2006) һ.б. лауреаты.

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019