Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕДОШИВИН Вениамин Георгиевич

Просмотров: 1318

НЕДОШИВИН Вениамин Георгиевич [13.10.1917, Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Ермолаевка а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе районы) — 25.1.1988, Дүшәмбе ҡ., Тажикстан], подполковник. Советтар Союзы Геройы (1944). 1939—40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР ЭЭМ‑ы Юғары мәктәбен тамамлаған (1961). 1938 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. июненән Ленинград фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 42‑се армия 201‑се уҡсылар дивизияһы 92‑се уҡсылар полкының автоматсылар ротаһы командиры лейтенант Н. 1944 й. ғинуар—мартында Ленинград өлкәһен азат итеү өсөн барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1944) Дәүләт именлеге комитеты һәм ЭЭМ органдарында эшләй. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ (икеһе лә — 1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары менән бүләкләнгән. Өфө ҡ. Н. исемен урам һәм 37‑се урта мәктәп йөрөтә, уның территорияһында уға бюст ҡуйылған; Көйөргәҙе районы Айсыуаҡ а. урамға, Ермолаевка а. 1‑се урта мәктәпкә Герой исеме бирелгән, Дан аллеяһында һәйкәл ҡуйылған.

  Х е ҙ м.: В час великих испытаний. Душанбе, 1978; Смерти смотрели в лицо. Душанбе, 1981. 

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.02.2024