Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕЛЮБИН Иван Яковлевич

Просмотров: 1109

НЕЛЮБИН Иван Яковлевич [29.6. 1914, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кондрашин Лоб а., хәҙ. БР‑ҙың Благовещен р‑ны Арамелевка а., — 8.3. 1945, Янош‑Шаморе а. (Венгрия) ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Әшә ҡ. эшләй. 1940 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июленән Көньяҡ, Сталинград, Көнбайыш һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 57‑се армияның 113‑сө уҡсылар див. 239‑сы айырым танкыға ҡаршы истребитель дивизионының орудие ком. кесе сержант Н. 1945 й. 8 мартында Балатон күле (Венгрия) янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Әшәлә Н. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған һәм урамға уның исеме бирелгән, БР‑ҙың Благовещен ҡ. уға һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019