Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕМЧИНОВ Александр Михайлович

Просмотров: 1122

НЕМЧИНОВ Александр Михайлович [15.11.1919, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Воскресенка а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 3.10.1985, Чернигов ҡ.], майор. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1949). 1937 й. алып Воскресенка элемтә бүлексәһендә эшләй. 1939 й. башлап Совет Армияһында. 1943 й. февр. алып Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 65‑се армияның 106‑сы уҡсылар див. 63‑сө айырым танкыға ҡаршы истребитель дивизионының батарея ком. өлкән сержант Н. 1943 й. 15 окт. Белорус ССР‑ының Лоев ҡасабаһы тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1966 й. башлап запаста. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. Черниговта Н. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023