Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НОМИНАС Борис Деомидович

Просмотров: 802

НОМИНАС Борис Деомидович (14.7. 1911, Екатеринослав губ. Саксагань а. — 16.2.1995, Запорожье ҡ., Украина), хәрби инженер, полк. (1944). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Берләштерелгән хәрби инженерҙар мәктәбен (Ленинград, 1935), РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу курстарын (1940) тамамлаған. 1931—33 йй. Өфө район йылға транспорты идаралығы пароходтарында капитан ярҙамсыһы. 1933 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. июненән Көньяҡ- Көнбайыш һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 12‑се армияның 5‑се понтон күпер бригадаһы ком. подполковник Н. 1943 й. сент.—окт. Губенское һәм Войсковое аа. (Украина ССР‑ы) янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1953) Запорожье йылға портында эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1945), 1‑се (1942, 1985) һәм 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1941, ?) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.04.2023