Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУРҠАЕВ Талип Латип улы

Просмотров: 1357

НУРҠАЕВ Талип Латип улы [9.3.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Үҫтем а. (БР‑ҙың Баҡалы районы) — 24.9.1997, Октябрьский ҡ.], капитан (1947). Советтар Союзы Геройы (1944). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1985), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1975), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота училищеһын тамамлаған (Өфө ҡ., 1946). 1939 й. алып Баҡалы районының “Ҡыҙылкүл” колхозында эшләй. 1943 й. башлап Совет армияһында. Ноябрҙән алып 3‑сө Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 46‑сы армияның 34‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 105‑се гвардия уҡсылар полкы автоматсыһы гвардия рядовойы Н. 1944 й. 17 апрелендә Раскаецы а. (Молдавия) янында Днестр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1947) “Ҡыҙылкүл” колхозы рәйесе, 1951 й. башлап “Туймазанефть” тресында эшләй (икеһе лә — Октябрьский ҡ.). БАССР ЮС‑ының 9—10‑сы саҡырылыш депутаты. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1979). Ленин (1944), Октябрь Революцияһы (1976), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары менән бүләкләнгән. Октябрьский ҡ. 56‑сы һөнәрселек лицейына, 2‑се гимназияға, Б.В. һуғышы ветерандарының ҡала советы ҡарамағындағы хәйриә фондына, урамға Н. исеме бирелгән, Баҡалы районы Баҡалы һәм Үҫтем аа. Герой исеме менән урамдар аталған, Баҡалы а. һәйкәл ҡуйылған; йыл һайын Н. иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй бокс турниры үткәрелә.

 Әҙәб.: Две высоты Т.Нуркаева //Времени не подвластно. Уфа, 1978. 

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.04.2023