Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОВЧАРОВ Степан Семёнович

Просмотров: 1204

ОВЧАРОВ Степан Семёнович [1909, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Константиновка а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 14.10.1943, Украина ССР‑ының Калужино а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. ноябренән Воронеж һәм Ялан фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның 92‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 197‑се гвардия артиллерия полкы 4‑се батареяның орудие командиры гвардия сержанты О. 14 октябрҙә Украина ССР‑ы Днепровокаменка а. янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1944). Днепровокаменка а. (Украина) һәм Әлшәй районы Раевка а. О. һәйкәлдәр ҡуйылған, Раевка а. һәм Токмак ҡ. (Ҡырғыҙстан) урамдарға уның исеме бирелгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.12.2022