ОЗИМИН Михаил Иванович
ОЗИМИН Михаил Иванович [11.9. 1898, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кропачёв Станцияһы ҡсб (Силәбе өлк.) — 24.8.1946, Тбилиси], ген.-лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1945). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Юғары хәрби мәктәпте (Омск ҡ., 1921), “Выстрел” курстарын (1931), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. эргәһендәге командирҙар составын камиллаштырыу курстарын (икеһе лә — Мәскәү, 1941) тамамлаған. 1918 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1937 й. июненән 81‑се уҡсылар див. 241‑се уҡсылар полкы, 1938 й. башлап Белоруссия хәрби округының 31‑се уҡсылар див. командиры. 1941 й. июненән Көньяҡ, Калинин һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 60‑сы армияның 28‑се уҡсылар корпусы ком. ген.-лейт. О. 1944 й. 15—27 июлендә Львов ҡ. (Украина ССР‑ы) һәм 1945 й. 20—21 ғин. Краков ҡ. (Польша) өсөн барған алыштарҙа ғәскәр м‑н уңышлы етәкселек иткәне һәм батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. ғин. алып Тбилиси (майҙан — Кавказ аръяғы) хәрби округы командующийы урынбаҫары. Ленин (1945 й. февр. һәм июне), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943 й. июле һәм сент., 1944), 2‑се дәрәжә Суво‑ ров (1944), 2‑се дәрәжә Кутузов (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Силәбе өлк. Әшә ҡ. урамға О. исеме бирелгән.
Ғ.Һ.Булатов
Тәрж. М.Х.Хужин