Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МӘҒЛҮМӘТ МӘХКӘМӘИ ШӘРҒИӘ ӘЛ‑ЫРЫНБУРГИӘ” , журнал

Просмотров: 465

“МӘҒЛҮМӘТ МӘХКӘМӘИ ШӘРҒИӘ ӘЛ‑ЫРЫНБУРГИӘ” (“Ырымбур диниә назараты хәбәрҙәре”), дини, ижт.‑сәйәси журнал. Ырымбур мосолман диниә назараты органы. 1908—10 йй., 1916—17 йй. Өфөлә төрки телендә сыға. Яҡынса 80 һаны донъя күрә. Журналда ЭЭМ‑дың, Сит диндәр эштәре департаментының һ.б. ведомстволарҙың ҡануниәт һәм күрһәтмә биреү документтары, мәхәлләләр эшмәкәрлеге, мәсеттәр, мәҙрәсәләр төҙөү һәм асыу, мосолман руханиҙарының кадрҙарҙы күсереү, мосолман байрамдары т‑дағы мәғлүмәттәре, юридик мәсьәләләр б‑са аңлатмалар һ.б. нәшер ителә. Ҡөрьәндең айырым аяттарына тәфсирҙәр, йәмғиәттә диндең роле, мосолмандарҙы әхлаҡи тәрбиәләү проблемалары, илдәге ижт.‑сәйәси ваҡиғалар һ.б. т‑да мәҡәләләр; дини уҡыу йорттары өсөн уҡыу программалары; мосолман съездары т‑да мәғлүмәттәр, статистик белешмәләр, Башҡортостан тарихы б-са материалдар (Н.В.Ремезов, П.И.Рычков, Ш.С.Сәйфетдинов һ.б. хеҙмәттәре) һ.б. баҫыла. Журнал мөхәррирҙәре: М.М.Хәсәнов, Ырымбур мосолман диниә назараты ҡазыйҙары Х.‑Ғ.Мөхәмәтов, Н.Б.Мәмлиев, Ғ.Ҡапҡаев. 

Р.Р.Ҡотошов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019