Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОСОЛМАН ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТЫ

Просмотров: 2110

МОСОЛМАН ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТЫ, башлыса дини йөкмәткеле баҫмалар.

“Донъя үә мәғишәт” (“Донъя һәм тормош”), журнал. Нәшер итеүселәре: М.Дәүләтшин, Ш.Шәфиғуллин, М.-В.Ә.Хөсәйенов (ҡара: Хөсәйе‑ новтар). 1906—07 йй. Ырымбур ҡ. айына 2 тапҡыр төрки телендә сыға. “Кәримов, Хөсәйенов һәм Ко” ширҡәте типографияһында баҫыла. Ҡәҙимселек йүнәлешендә тора. Мөхәррире — З.Хәйруллин.

“Дин үә мәғишәт” (“Дин һәм тормош”), журнал. Нәшер итеүсеһе — Хөсәйенов. 1907—18 йй. Ырымбурҙа айына 2 тапҡыр төрки телендә сыға. Тиражы — 800 дана. Журналда йәдитселеккә ҡаршы мәҡәләләр баҫыла. Мөхәррирҙәре: Ф.Дауытов, Ғ.Х.Ханисламов.

“Әл-Ғаләми әл-Ислами” (“Мосолман донъяһы”), гәзит. Нәшер итеүселәре: Ш.Абыҙгилдин, Ғ.Ғ. Мостафин. Өфөлә 1906 й. майынан 1907 й. ғин. тиклем төрки телендә сыға (42 һаны донъя күрә). Губерна типографияһында баҫыла. Бөрө, Бәләбәй, Дүртөйлө, Ҡазан, Мәскәү, Силәбе, Стәрлетамаҡ, Троицк, Ырымбур, Әстерхан, Якутск һ.б. ҡалаларҙа таратыла. Гәзиттә М.Ғафури, М.И.Өмөтбаев, С.С.Яҡшығолов һ.б. әҫәрҙәре баҫыла. Мөхәррирҙәре: Ш.Абыҙгилдин, Б.Мәҡсүтов, З.Камалетдинов.

“Мөхтәриәт” (“Үҙбилдәләнеш”), журнал. “Мәғлүмәт мәхкәмәи шәрғиә әл-Ырынбургиә” ж. ябылғандан һуң асыла. Нәшер итеүсеһе Милләт мәжлесе. 1917—18 йй. Өфөлә айына 1—2 тапҡыр төрки телендә сыға. “Тормош” гәз. типографияһында баҫыла. Милли йыйылыштың бойороҡтары, указдары һ.б. рәсми документтар баҫыла. Журнал Милли йыйылыштың бөтөрөлөүе арҡаһында ябыла. Мөхәррире — М.Хәнәфиев.

“Ислам мәхәлләһе” (“Ислам журналы”), журнал. Ойоштороусыһы — Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты. 1924—28 йй. Өфөлә йылына 6 тапҡыр татар телендә сыға. 1924—26 йй. тиражы — 7 мең, 1926—28 йй. 4 мең дана була. “Октябрьский натиск” типографияһында баҫыла. Журналда Й.Т.Абыҙгилдин, М.Буби, К.Тәржемәнов, Р.Ф.Фәхретдинов әҫәрҙәре баҫыла. 1927 й. бөтә һандары ла Башҡ‑н өлкә дәүләт сәйәси идаралығы тарафынан тартып алына, 1928 й. бер нисә һаны сыға. Мөхәррире — Тәржемәнов.

“Мосолман календары”. Ойоштороусыһы — Рәсәй мосолмандары‑ ның Үҙәк Диниә назараты. 1959 й. алып Өфөлә йылына 1 тапҡыр татар телендә сыға.

“Башҡортса дини календарь”. 1999 й. башлап Өфөлә йылына 1 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Тиражы — 20 мең дана (2013).

“Ислам и мир” (“Ислам һәм донъя”), бойондороҡһоҙ ислам гәзите. Ойоштороусыһы — «“Ислам һәм донъя” гәзите редакцияһы» ЯСЙ. 1995— 2013 йй. Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 1 мең дана (2013). Гәзиттә Ислам донъяһы яңылыҡтары, хәҙистәр, изге айҙар т‑да мәғлүмәттәр, намаҙ уҡыу ваҡыты һ.б. баҫыла. Мөхәррире — М.В.Хакиев.

“Рисаләт (Пәйғәмбәрлек)”, дини- ағартыу гәзите. Ойоштороусыһы — БР мосолмандары Диниә назаратының М.Солтанова ис. мәҙрәсәһе. 1998 й. алып Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. һәм урыҫ телдәрендә сыға. Тиражы — 4 мең дана (2013). Гәзиттә рухи тәрбиә, экстремизмға ҡаршы көрәш проблемалары т‑да ижт. һәм дини мәҡәләләр һ.б. баҫыла. Электрон версияһы бар. Мөхәррире — И.З.Малахов.

“Мәғлүмәт әл-Болғар — Вестник” (“Мәғлүмәт әл-Болғар — Хәбәр”), дини гәзит. Ойоштороусыһы — Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты. “Ислам мәҙәниәтенә, фәненә һәм мәғарифына булышлыҡ күрһәтеү фонды” ярҙамында нәшер ителә. 2002 й. алып Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 2,5 мең дана (2013). Мәҡәләләре Рәсәйҙә йәшәгән мосолмандарҙың тормошона арналған. Мөхәррире — З.З.Ҡарабаева.

“Ислам хәбәрләре — Вести ис‑ лама” (“Ислам хәбәрҙәре”), дини гәзит. Ойоштороусыһы — БР мосолмандары Диниә назаратының Октябрьский мөхтәсибәт идараһы. 2007 й. алып Октябрьский ҡ. айына 1 тапҡыр татар һәм урыҫ телдәрендә сыға. Тиражы — 999 дана (2013). Мөхәррире — Р.М.Шакиров.

“Азбука Корана” (“Ҡөрьән нигеҙҙәре”), Бөтә Рәсәй ғилми-ағартыу баҫмаһы. Ойоштороусыһы һәм мөхәррире — Р.Р.Төхвәтуллин. 2008 й. алып Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 3 мең дана (2013). Рубрикалары: “Виртуаль мәсет”, “Доктор саквояжы”, “Фән”, “Кеше лабораторияһы”, “Мәғариф шишмәһе”, “Ваҡыт сере”, “Күңел философияһы” һ.б. Баҫманың электрон версияһы бар. Шулай уҡ ҡара: “Дианат”, Календарь.

Әҙәб.: Ю н у с о в а А.Б. Ислам в Башкирии. 1917—1994. Уфа, 1994. 

Р.Р.Ҡотошов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019