СОЛТАНАЙ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ
985
СОЛТАНАЙ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ, 19 б. 1‑се ярт. Пермь губернаһының Уҫы өйәҙе Солтанай а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) мәсете эргәһендә асыла, тип фараз ителә. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында булған. Айырым шәхестәр аҡсаһына тотолған. Ир балалар ҡабул ителгән. Уҡыу программаһына дини предметтар (ҡара: Дини тәғлимәт) м‑н бергә ғәрәп теле, геогр., матем., төрки әҙәбиәте һ.б. дәрестәр ингән. Китапханаһы булған. Мәҙрәсә м‑н Ш.Сөнчәләй, Ш.Тулвинский эшмәкәрлеге бәйле. Революциянан (1917) һуң ябыла.
Ә.С.Мәүликәева
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: