МЕФОДИЙ, дин әһеле
МЕФОДИЙ (донъяуи исеме Краснопёров Михаил Платонович; 30.7. 1868, Вятка губ. — 4.2.1921, Омск губ. Петропавловск ҡ.), дин әһеле. Дини тәғлимәт кандидаты (1902). Архимандрит (1906). Монахлыҡ ҡабул иткән (1900). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1902) Өфө Ир балалар дини училищеһы смотрителе__ярҙамсыһы, 1906—13 йй. Дини семинария ректоры, бер үк ваҡытта 1908—13 йй. “Уфимские епархиальные ведомости” гәз. мөхәррире. 1903—06 йй., 1913—21 йй. Мәскәү патриархияһы епархияларында хеҙмәт итә (1913 й. алып Аҡмулла, 1914 й. — Петропавловск викар епискобы). М. вәғәздәрҙе оҫта һөйләгән, билдәле сығыштарының береһе — “Яҙыусы С.Т.Аксаковтың вафат булыуына 50 йыл тулған көндә әйтелгән һүҙ...” (“Слово, сказанное в день 50‑летия со дня смерти писателя С.Т. Аксакова...”). 1912 й. алып Өфө епархияһының хәйриә комиссияһы рәйесе. 20 б. Рәсәй новомучениктары һәм исповедниктары соборының изгеләре рәтенә индерелгән (2000).
М.Ғ.Вәлиева
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина