Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРСАЕВ Егор Орсаевич

Просмотров: 1153

ОРСАЕВ Егор Орсаевич [12.6.1910, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Камай а. (БР‑ҙың Мишкә районы) — 25.9.1951, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мишкә районының “Ленин юлы” колхозында бригадир булып эшләй. 1942 й. алып Сталинград, Дон, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 52‑се армия 214‑се уҡсылар дивизияһы 683‑сө артиллерия полкының орудие командиры сержант О. 1945 й. 26 ғинуарында Олау ҡ. (хәҙер Олава ҡ., Польша) тирәһендә Одер й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) “Ленин юлы” колхозы рәйесе була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 3‑сө дәрәжә Дан (1945) ордендары менән бүләкләнгән. О. исеме менән Мишкә районының Мишкә а. һәм тыуған ауылында урамдар аталған. Мишкә а. Мемориаль комплекстың гранит стенаһына уның барельефы, Камай а. ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, Мишкә районында Герой иҫтәлегенә йыл һайын спорт саралары уҙғарыла.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.04.2023