Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАКАРЕНКО Илона Анатольевна

Просмотров: 1549

МАКАРЕНКО Илона Анатольевна (8.2.1968, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2014). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1992) шунда уҡ уҡыта: 2005 й. алып Хоҡуҡ ин‑тының криминалистика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2009—19 йй. — дир.; бер үк ваҡытта 2019 й. башлап БР‑ҙың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. Фәнни тикшеренеүҙәре бәлиғ булмаған балалар араһында енәйәтселеккә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.:  Тактика допроса несовершеннолетнего обвиняемого. Уфа, 2001; Личность несовершеннолетнего обвиняемого как объект криминалистического исследования. М., 2006.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: