Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХОҠУҠ ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1073

ХОҠУҠ ИНСТИТУТЫ, 1949 й. Өфөлә Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин-тының филиалы булараҡ асыла, 1963 й. алып Свердловск юридик ин-тының Өфө ф-ты, 1972 й. — Башҡорт дәүләт университетының юридик ф-ты, 1999 й. — БДУ-ның Хоҡуҡ ин-ты. 11 каф., ғилми-мәғлүмәт үҙәге, редакция-нәшриәт бүлеге һ.б. бар. БР б-са ЭЭМ, БР Тышҡы иҡт. бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы, БР Юстиция министрлығы, БР А.х. министрлығы, БР Прокуратураһы, РФ Сит ил эштәре министрлығының Өфө ҡ. Вәкиллеге м-н килешеүҙәр б-са маҡсатҡа ярашлы белгестәр әҙерләй. Уҡыуҙы тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр, магистр дәрәжәләре бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә “Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр” һәм “Юриспруденция» һөнәрҙәре б-са алып барыла. Уҡытыусылар араһында 18 фән д-ры һәм 97 фән канд. бар (2008). 15 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Украинаның Ярослав Мудрый ис. милли юридик акад. (Харьков ҡ.), Һарытау хоҡуҡ акад., Урал юридик акад. (Екатеринбург ҡ.), Көньяҡ Урал ун-ты (Силәбе ҡ.), МДУ-ның юридик ф-ты һ.б. м-н хеҙмәттәшлек итә. 2008 й. 60-тан ашыу монография, уҡыу әсбаптары һәм фәнни эш йыйынтыҡтары нәшер ителә. Дир.: З.Д.Йәнекәев (1999 й. алып), Р.Ф.Хәбиров (2003 й. апр.— сент.), В.С.Калмацкий (вазифа башҡарыусы; 2003 й. алып), И.Ғ.Илешев (вазифа башҡарыусы; 2005 й. февр.—марты), О.В.Полстовалов (2005 й. алып), И.А.Макаренко (вазифа башҡарыусы; 2008 й. авг. алып), А.С. Ҡорманов (вазифа башҡарыусы; 2008 й. сент. алып), Макаренко (2009 й. алып).

А.С.Ҡорманов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.03.2024