Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРДОВИЯ, РФ субъекты

Просмотров: 1200

МОРДОВИЯ, М о р д в а Р е с п у б л и к а һ ы, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығышында, Ока һәм Сура йй. (Волга й. ҡушылдыҡтары) араһында урынлашҡан. Түбәнге Новгород, Сыуашстан, Ульяновск, Пенза, Рязань өлкәләре м‑н сиктәш. Баш ҡалаһы — Саранск. Юғары вазифалы кешеһе — республика башлығы. 1928 й. Мордва округы (Урта Волга крайында) булараҡ ойошторолған, 1930 й. алып РСФСР‑ҙың Мордва авт. өлкәһе, 1934 й. — Мордва АССР‑ы, 1990 й. — Мордва ССР‑ы, 1994 й. — Мордовия Республикаһы. Составында 22 район, 7 ҡала. Волга буйы федераль округына инә. Майҙаны — 26,1 мең км2. Халҡы — 834,8 мең кеше, ш. иҫ. 120 башҡорт (2010). Халҡының тығыҙлығы — 31,6 кеше/км2. Халыҡтың 58,9%-ы ҡалала йәшәй. Милли составы (%): мордвалар — 40, урыҫтар — 53,1. Дәүләт телдәре — мордва телдәре, урыҫ теле. 1919 й. апр.—авг. Саранскиҙа Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты һәм АСБР Хәрби комисса‑ риаты эвакуацияла була; 1‑се, 2‑се Башҡорт кавалерия һәм 1‑се, 2‑се Башҡорт уҡсылар полктары (ҡара: Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы) ойошторола. 1998 й. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте м‑н М. республикаһы араһында сауҙа‑иҡт. һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек т‑да килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. БР м‑н М. араһында сауҙа әйләнеше 2007 й. 854 млн һум тәшкил итә. БР пр‑тиелары — “Мордовцемент” һәм “Саранск приборҙар эшләү заводы” АЙ, “Саранск механика заводы” дәүләт пр‑тиеһы, “Саранск‑кабель” ААЙ, М. ижт. берекмәләре Мордва милли-мәҙәни автономияһы м‑н хеҙмәттәшлек итә. БР‑ҙа “Умарина” дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле, М. Республикаһының “Келу” дәүләт ансамбле, Мордва дәүләт филармонияһы гастролдә була.

Әҙәб.: М у р з а б у л а т о в М.В. Мордовское население Башкортостана: исследования и материалы. Уфа, 1995. 

Н.Д.Герасимов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: