Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРДВАЛАР

Просмотров: 1800

МОРДВАЛАР, халыҡ, Мордовия‑ ның төп халҡы. М. һаны 1989 й. РСФСР‑ҙа — 1072,9 мең, Мордва АССР‑ында — 313,4 мең; 2002 й. РФ‑та — 843,4 мең, Мордовия Респ. — 283,9 мең, ошоға ярашлы 2010 й. — 744,2 мең һәм 333,1 мең кеше. 1989 й. БАССР‑ҙа М. һаны 31,9 мең, 2002 й. БР‑ҙа — 26 мең, 2010 й. — 20,3 мең кеше тәшкил итә. 2010 й. мәғлүмәттәр б‑са, Башҡортостанда күберәк Стәрлетамаҡ (4,1 мең кеше), Өфө (2,7 мең), Салауат (1,2 мең), Октябрьский (818), Бәләбәй ҡҡ. һәм Бәләбәй р‑нында (1,7 мең), БР‑ҙың Фёдоровка (2,3 мең), Бишбүләк (934), Стәрлетамаҡ (803), Шишмә (779), Йәрмәкәй (575), Өфө (520) р‑ндарында тупланып йәшәй. М. күбеһе урыҫ телендә, ҡайһылары мордва телендә (эрзя һәм муҡшы) һөйләшә. Диндарҙарҙың төп өлөшө православие динен тота. Мордва этносы эрзя һәм муҡшы субэтносына, ш. уҡ ҡаратай һәм шоҡша этнографик төркөмдәренә айырыла; БР‑ҙағы мордва халҡының күпселеге — эрзя. М. Башҡортостанға күпләп күсеп ултырыу осоро Яңы Кама аръяғы сик һыҙығы (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) төҙөлгәндән һәм башҡ. ерҙәрен һатып алыуҙы рөхсәт иткән указдар (1736 й. 11 февр.) сыҡҡандан һуң башлана, бигерәк тә 19 б. 2‑се ярт. актив бара (ҡара: Күскенселек хәрәкәте). 1740 й. Өфө провинцияһының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә беренсе мордва ауылы — Каменкаға (хәҙ. БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) нигеҙ һалына. Өфө губернаһында мордва халҡы Бәләбәй өйәҙендә, Стәрлетамаҡ өйәҙендә, Ырымбур губернаһында Ырымбур һәм Орск өйәҙҙәрендә тупланып йәшәгән. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, М. халҡының һаны 1897 й. Өфө губ. — 37,3 мең, Ырымбур губ. — 38,4 мең, 1939 й. БАССР‑ҙа 57,8 мең кеше тәшкил итә. Игенселек М. хужалығының төп тармағы булған: арыш, һоло, бойҙай, арпа, борсаҡ, тары, етен, киндер үҫтергәндәр. Игенселек ҡоралдарынан һуҡа, һабан, ағас тырма, ураҡ булған. Малсылыҡ, йәшелсә үҫтереү, умартасылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ ярҙамсы роль уйнаған; шулай уҡ сауҙа эше, төрлө кәсептәр м‑н шөғөлләнгәндәр. М. традицион торамалары (веленя, веле) йылға буйҙарында урынлашҡан һәм күберәк линиялы (эрзяларҙа) йәки өйкөм (муҡшыларҙа) планировкалы булған. Торлаҡтар тәпәш нигеҙле 1, 2, 3 камералы бурап яһалған өйҙәрҙән, ш. уҡ саман йә балсыҡ йорттарҙан ғибәрәт. Ауыҙы алғы яҡ стенаға ҡаратып сығарылған мейес (өйҙөң берәй мөйөшөндә, ишек эргәһендә) традицион интерьерҙың төп элементы булған; иң түрҙә мейескә диагональ йүнәлештә өҫтәл торған; стеналар буйында эскәмйәләр [ишеккә яҡын торғаны ат башы рәүешендә юнып эшләнгән вертикаль таҡта м‑н тамамланған (коник ланга)], һәндерәләр, һикеләр урын алған. Мейес эргәһенә һауыт-һаба өсөн шкафтар (потмар) ҡуйылған, стенала ағастан йә тал сыбыҡтарынан үрелгән, туҙҙан эшләнгән ҡалаҡ һалғыс (пенчкерь) эленгән. Ихатала аҙбар, ырҙын табағы, келәт (кудо; ул изге һаналған), мунса, уның эргәһендә — аҙыҡ-түлек һаҡлай торған ярым ер өй (виход) рәүешендә баҙ булған. М. традицион кейеме сигелгән биҙәктәрҙең (нигеҙҙә ҡара, күк, сөм ҡыҙыл, һары һәм йәшел төҫтәге ептәр ҡулланылған) күплеге м‑н айырылып торған. Ҡатын-ҡыҙ кейеме мул күлдәктән (панар, паля, покой), кешмир, сатин йә ситса туҡыманан тегелгән тура сарафандан һәм алъяпҡыстан торған. Күлдәкте туҡылған суҡлы һәм сулпылы билбау, таҫтамал (кеска руцят) бәйләп, тар ҡайыштар йә бау (муҡшыларҙа), киндер туҡыма (пулокаркс) м‑н быуғандар, сигеү, уҡа, семәрле тимер тәңкәләр (эрзяларҙа) м‑н биҙәгәндәр. Ҡатын-ҡыҙ яулыҡ, шәл, сигеү, сәйлән м‑н биҙәлгән һәм арҡалығы (эрзяларҙа) оҙон булып төшөп торған, бейек киндер кәпәс (сорока); сигеү, сәйлән м‑н биҙәлгән (муҡшыларҙа) трапеция рәүешендәге (панга) баулы башлыҡ, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар — сигеү, сәйлән, уҡа м‑н биҙәлгән ҡашмау, яһалма сәскәләрҙән һәм муйынсаҡтарҙан эшләнгән таж кейгән. Ҡатын- ҡыҙ ҡыҙыл сафьян м‑н биҙәлгән, осло башлы бөрмәле күн итек (муҡшыларҙа — кемот, эрзяларҙа — кемть) кейгән. Традицион биҙәүестәргә сәйләндән һәм тәңкәләрҙән (муҡшыларҙа) эшләнгән түшелдерек, күлдәк иҙеүе өсөн ҡаптырмалар (сюлгам, сюлгамо), муйынсаҡтар, һырғалар, беләҙектәр, балдаҡтар, сикә сулпылары, янбаш биллеге (пулай, пулагай) инә. Традицион ир-егет кейеме яғаһыҙ, иҙеүе ҡыя уйылған, мул итеп беселгән күлдәктән (панар) һәм баҫа киндер йә етендән, күберәк ҡыҙыл, ал ҡыҙыл һәм күк төҫ ҡушылған сыбар туҡыманан тегелгән ыштандарҙан (понкст) торған. Өҫ кейеме ҡулдан һуғылған буҫтау сумань һәм сапан, һарыҡ тиреһенән тегелгән тун һәм толоп булған. Ир- егет башына кейеҙ эшләпә, йәнлек тиреһенән тегелгән бүрек, картуз кейгән. Үҙенә генә хас ҡыя үрелгән, алғы яғы трапеция рәүешендәге, ике яҡтан һәм арттан элмәкле һай сабата (муҡшыларҙа — карьхть, эрзяларҙа — карть) мордва кейеменең үҙенсәлеге булған. М. традицион аш-һыуы игенселек м‑н табылған аҙыҡ-түлекте файҙаланыуға нигеҙләнгән. Тары ярмаһынан, яҫы борсаҡтан, борсаҡтан шыйыҡ бутҡа бешергәндәр, әсе икмәк, ҡоймаҡ, төрлө эслек һалынған бәлештәр әҙерләгәндәр; һөт аҙыҡтарынан май, ҡаймаҡ, сыр, эремсек ҡулланғандар. Итте башлыса бешереп ашағандар. Балыҡ ашамлыҡтары киң таралған, һыйыр, балыҡ, ҡош итен бергә һалып бешереү осраған. Киң ҡулланылған эсемлектәргә кеүәҫ, әсетелгән һөт, ҡайын һуты ингән; иҫерткес эсемлектәрҙе балдан (пуре), арыш ононан йә шәкәр сөгөлдөрөнән (поза) әҙерләгәндәр. Йола ашамлыҡтарына һөтлө тары бутҡаһы, әсе арыш ҡамырынан йә бойҙай ононан бешерелгән ҡатлаулы эслек һалынған бәлеш (лукш), эремсекле бәлештәр, “сәләмәтлек икмәге” (шумбра кши) һ.б. ингән. М. ғаилә-никах мөнәсәбәттәрендә традицион һыҙаттар һаҡланған: 19 б. аҙ. тиклем ҙур ғаилә булып йәшәү өҫтөнлөк алған, ғаилә тормошонда патриархаль традициялар һаҡланған, полигамия булған; ғаилә башлығы (муҡшыларҙа — кудазор, эрзяларҙа — поштя) булып, ҡағиҙә булараҡ, иң өлкән ир торған. Традицион рухи мәҙәниәттә христиан диненә тиклемге дини инаныуҙар, йолалар, ғөрөф- ғәҙәттәр һаҡланған. Ҡатын-ҡыҙ затындағы илаһтарҙың күплеге М. традицион табыныуҙарының үҙенсәлеге булып тора: ел илаһы (Варма-ава), һыу илаһы (Ведь-ава), урман илаһы (Вирь-ава), ер илаһы (Мода-ава) һ.б. Ир заты образындағы илаһтар (Варма-атя, Ведь-атя, Вирь-атя, Мода- атя һ.б.) ҡатын-ҡыҙ илаһтарының ирҙәре тип һаналған. Һуңыраҡ уртаҡ юғары аллаға табыныу барлыҡҡа килгән (муҡшыларҙа — Шкай, эрзяларҙа — Нишке). Илаһтар хөрмәтенә, уларҙың йәшәү урындарында (урман, ялан, торлаҡ, хужалыҡ ҡаралтыларында, йылға ярында) бергәләп һәм ғаилә м‑н ғибәҙәт ҡылғандар (озкст). Ауыл хужалығы эштәренә бәйле йолаларға мөһим урын бирелгән: һабанға төшөү (кереть озкс), малды тәүләп көтөүгә сығарыу (лив темасоавтома озкс) һ.б. Ата-баба культы ерләү йолаларында күҙәтелгән. М. муз. фольклоры күп төрлө: эпик, лирик, әйлән-бәйлән йырҙары, туйҙа сеңләү, мәрхүмде иҫкә алып һыҡтау киң таралған; күп тауышлы хор м‑н йырлау уникаль иҫәпләнә. Халыҡ музыка ҡоралдары: ике яғынан эсе ҡыуыш ике ҡамыш торба беркетелгән кларнет (нюди, нудей), волынкалар (фам, пувама) һ.б.

БР‑ҙа Мордва милли-мәҙәни автономияһы, “Фёдоровка ауылы” мордва тарихи-мәҙәни үҙәге, Фёдоровка р‑нының Фёдоровка а. мордва халҡын хеҙмәтләндереү б‑са база китапханаһы эшләй, фольклор коллективтары (“Эрзяночка” халыҡ ансамбле, “Огоньки” балалар бейеү ансамбле һ.б.) ойошторолған, мордваларҙың милли байрамдары үткәрелә, күп кенә мәктәптәрҙә мордва теле уҡытыла.

Әҙәб.: М у р з а б у л а т о в М.В. Мордовское население Башкортостана: исслед. и материалы. Уфа, 1995; Щ е р б а к о в А.С. Мордовское население Башкортостана: очерк современных этнических процессов. Уфа, 2005.

А.С.Щербаков

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019