Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘСКӘҮ, баш ҡала, РФ субъекты

Просмотров: 3587

МӘСКӘҮ, Рәсәй Федерацияһының баш ҡалаһы, РФ субъекты. РФ‑тың Европа өлөшөндә, Ока м‑н Волга йй. араһында, Мәскәү й. ярында урынлашҡан. Тәүге тапҡыр 1147 й. йылъяҙмала телгә алына, 15 б. 2‑се яртыһынан Рәсәйҙең баш ҡалаһы. 10 адм. округтан тора. Үҙәк федераль округка инә. Майҙаны — 2561 км2. Халҡы — 11,9 млн кеше, ш. иҫ. 6609 башҡорт (2010). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 4770,8 кеше/км2. Милли составы (%): урыҫтар — 91,6, украиндар — 1,4, татарҙар — 1,4. М. м‑н рәсми мөнәсәбәттәр Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң барлыҡҡа килә. 17 б. башында башҡорт атлылары К.Минин һәм Д.Пожарский ополчениеһы составында М. поляк интервенттарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Ватан һуғышы (1812) ваҡытында М. 1‑се мишәр полкы гарнизон хеҙмәтен үтәй. 1917 й. нояб. М. аҙыҡ-түлек ташыу ойошторола: Шишмә т. юл ст. — 248, Өфө т. юл ст. 150 вагон иген оҙатыла. 1919 й. М. РСФСР Хөкүмәте эргәһендә БАССР‑ҙың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге асыла (ҡара: Башҡорт вәкиллектәре). Ойошторолған йыйыу (оргнабор) һәм ирекле ялланыу б‑са эшкә урынлашҡан Башҡортостан кешеләре М. пр‑тиеларында, ш. иҫ. “Метрострой” ҙа, хеҙмәт итә. Мәҫәлән, 1933 й. Мәскәү метрополитены юлының 1‑се сираты төҙөлөшөнә Ҡалтасы р‑ны‑ нан үҙ ирке м‑н 5 меңдән ашыу кеше китә. М. респ. сәнәғәт объекттары төҙөлөшөнә ҡорамалдар, инструменттар килтерелә, белгестәр ебәрелә (мәҫ., 1936 й. Ишембай нефть промыслаһына — 26 инженер һәм техник, 1938 й. Өфө нефть эшкәртеү заводына 350 төҙөүсе һәм монтажсы ебәрелә). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында М. БАССР‑ҙың ҡала һәм райондарына — 24 пр‑тие (“Ураҡ һәм сүкеш” з‑ды цехы, “Аэрогеоприбор” з‑ды, “Ҡыҙыл туҡыусы” ф‑каһы һ.б.); Өфөгә — Ворошилов К.Е. исемендәге Юғары хәрби академия, Коммунистик Интернационал башҡарма комитеты президиумы, СССР дәүләт контроле, нефть сәнәғәте, элемтә ХК‑лары, Маркс— Энгельс—Ленин ин‑ты, И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑ты (ҡара: Нефть техник университеты), 1‑се Мәскәү мед. ин‑ты; Стәрлетамаҡ ҡ. — Мәскәү китапхана ин‑ты; Благовещен ҡ. — Үҙәк авиация яғыулығы һәм майҙар ҒТИ; Мәләүез р‑ны Воскресенск а. Мәскәү художество ин‑ты эргәһендәге Мәскәү урта художество мәктәбе (ҡара: Воскресенск картиналар галереяһы) эвакуациялана. М. әҙәбиәт һәм сәнғәт декадалары һәм көндәре (1955, 1987, 1997), Республика көндәре (1987, 1997, 2007, 2012) үткәрелә. БР‑ҙа М. көндәре (2008) уҙғарыла: Хәрби дан музейында “1941 йылдың 22 июне. Беҙҙең эшебеҙ хаҡ”, “Хәтерләү ҙә ҡурҡыныс, оноторға ла ярамай”, БР Милли музейында “Мәскәү мегаполисы. Үҫештең 10 йылы”, Конгрессхолда “Мәскәү бөгөн” күргәҙмәләре; “түңәрәк өҫтәлдәр” ойошторола; БР Фәндәр академияһы һәм Мәскәү ҡ. Фән һәм сәнәғәт сәйәсәте департаменты тарафынан Фәнни хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә ҡул ҡуйыла һ.б. М. ҡалаһы м‑н БР араһында Дуҫ‑ лыҡ һәм хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1997, 2007), БР Хөкүмәте м‑н М.В.Ломоносов ис. МДУ араһында (2011), М. Хөкүмәте м‑н БР Хөкүмәте араһында сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да (2012) килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. БР м‑н М. араһында сауҙа әйләнеше 2007 й. 9 млрд һумдан ашыу тәшкил итә. М. килгән делегаттар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) эшендә ҡатнаша. М. “Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе башҡорттары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы (1994 й. алып), Башҡ‑н студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы (2010 й. алып) эшләй, һабантуйҙар, фестивалдәр, Башҡортостан Республикаһына арналған күргәҙмәләр һәм презентациялар үткәрелә. 

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019