Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАПЫШТЫ ЗАВОДЫ

Просмотров: 941

ЛАПЫШТЫ ЗАВОДЫ, 1897 й. Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусы башҡорттары ерендә Лапышты й. (Оло Инйәр й. ҡушылдығы) буйында С.П.Дервиз суйын иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Дервиз, Инйәр тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте (1898 й. алып). Инйәр тау округына ингән. 1898 й. эшләй башлай. Домна мейесе, һауа йылытыу аппараты, 1900 й. 2 домна мейесе, 2 тимерлек горны, 2 һауа йылытыу аппараты, 8 руднигы, 70 мең дисәтинәгә яҡын ере була. Эшләү дәүерендә заводта 10 млн боттан ашыу суйын иретелә, 1897—1916 йй. уртаса етештереүсәнлек йылына 507,3 мең бот тәшкил итә; макс. етештереүсәнлек — 832,3 мең бот (1901). Беренсе донъя һуғышы йылдарында Белорет заводын суйын м‑н тәьмин итә. Граждандар һуғышы йылдарында эшләмәй, һуңынан ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Белорет р‑ны Лапышты а. урынлашҡан.

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019