Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 1163

ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ, физик һәм юридик шәхестәрҙең ирекле берекмәһе, ағзалыҡ нигеҙендә матди һ.б. ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн терр. билдә б‑са төҙөлә (ҡара: Ҡулланыусылар кооперацияһы). Өфө губернаһындағы тәүге Ҡ.й. 1871 й. Өфөлә ойошторола. Пай түләүе 20 һум тәшкил итә; ҡатнашыусылар һәм пайҙар һаны сикләнмәй. Ҡ.й. ағзаларының аҙыҡ-түлек һәм ҡулланыу әйберҙәрен шәхси кибеттәрҙәге хаҡтарға ҡарағанда арзаныраҡҡа алыу хоҡуғы була. 1890 й. Өфөлә яңы Ҡ.й. төҙөлә, уның 1905 й. 5 кибете, икмәкханаһы, китапханаһы, амбулаторияһы була. 1871—1911 йй. Өфө губ. 7 ҡала, 15 фабрика-завод, 44 ауыл, 2 т. юл, 1 эшсе Ҡ.й. барлыҡҡа килә. 1901 й. Ҡ.й. Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ., Өфө өйәҙе Топорнин а. (хәҙ. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а.), 1902 й. Өфө өйәҙе Благовещен заводы а. (хәҙ. Благовещен ҡ.) һәм Стәрлетамаҡ өйәҙе Талбазы а. (Ауырғазы р‑ны) ойошторола. Ҡ.й. башлыса сауҙа м‑н шөғөлләнә. Тауар ассортименты галан‑ терея, тимер-томор, лабаз (иген, он), колониаль (сәй, ҡәһүә, тәмләткестәр), москатель (химия) тауарҙары, эйәр- өпсөн, яҙыу кәрәк‑ярағы, һауыт-һаба, аяҡ кейеме, мануфактура, парфюмерия, уйынсыҡтар, балыҡ, ит, шарап, тәмәке, икмәктән һ.б. тора. Энә, еп, төймә, киндер, калуш, даға, кәрәсин, ярма үтемле була. Тауарҙар ҡулаҡсаға йәки кредитҡа (индерелгән пай суммаһы сиктәрендә) һатыла. Ҡ.й., кибеттәрҙән тыш, ҡалаларҙа икмәк‑ ханалар, ашханалар, кейем һәм аяҡ кейеме йүнәтеү оҫтаханалары, ауылдарҙа әҙерләү конторалары аса, тирмәндәр һәм ярма ярғыстар төҙөй, пайсыларға эш малы һәм ҡоралы алыуға ссудалар бирә, төрлө тауарҙар етештерә (ҡара: Ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте). 1916 й. Өфө губ. Ҡ.й. вәкилдәре съезы үтә, унда Өфө кооперативтар ширҡәте ойошторола (ҡара: Ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы).

Р.Ә.Хисаметдинова

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: