ОКТЯБРЬСКИЙ МЕБЕЛЬ ФАБРИКАҺЫ
1005
ОКТЯБРЬСКИЙ МЕБЕЛЬ ФАБРИКАҺЫ, 1956 й. урындағы сәнәғәт ҡала комб‑ты (1946 й. асылған) базаһында О.м.ф. булараҡ ойошторола, 1963 й. алып Өфө мебель комб‑ты (ҡара: “Башмебель”) составында: Октябрьский мебель цехы, 1972 й. башлап Өфө филиалы, 1975 й. — О.м.ф.; 1986—88 йй. “Башлеспром” берекмәһе составында, 1995 й. алып ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына фанер, биҙәкләү, йыйыу цехтары ингән. 2003 й. 87 кеше эшләгән. Аш-һыу бүлмәһе, офис мебеле, ш. уҡ сауҙа пр‑тиелары, белем биреү һәм мед. учреждениелары һ.б. өсөн мебель етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.
Р.Х.Әғлиуллина
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: