Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘМӘҒӘТ ИМЕНЛЕГЕ КОМИТЕТТАРЫ

Просмотров: 1518

ЙӘМӘҒӘТ ИМЕНЛЕГЕ КОМИТЕТТАРЫ, Граждандар комитеттары, Йәмәғәт ойошмалары комитеты, Халыҡ комитеттары, революция (1917) осорондағы либераль ижт.‑сәйәси ойошмалар. Ваҡытлы хөкүмәт яҡлы булғандар. Ком‑т ағзалары иҫәбенә анархистар, профессиональ союздар, Халыҡ азатлығы партияһы, Социалреволюционерҙар партияһы, Рәсәй социалдемократик эшселәр партияһы, Хеҙмәт халыҡсоциалистик партияһы һ.б. вәкилдәре, партияһыҙ кешеләр ингән. 2 мартта Өфө ҡала думаһы (ҡара: Дәүләт думалары) ултырышында Йәмәғәт ойошмаларының Өфө губерна ком‑ты ойошторола. Тәүҙә унда — 47, майҙа — 138, сент. 165 ағза иҫәпләнә. Өфөлә президиумы (15 кеше) һәм 6 комиссияһы (адм., ер, юридик һ.б.; 100‑ҙән ашыу кеше) була, өйәҙҙәрҙәге һәм байтаҡ улустарҙағы ком‑ттарға таяна. Яҙын—йәйен Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы, Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Уның Өфө губернаһы учреждениеларына һәм Бөтә Рәсәй Ойоштороу Йыйылышына һайлауҙарға әҙерлек б‑са күҙәтеү алып барыуы “Вперёд”, “Уфимская жизнь” (“Өфө тормошо”), “Уфимский вестник” һ.б. гәз. яҡтыртыла. Нояб. Өфө губерна революцион комитеты Өфө ком‑ты эшмәкәрлеген туҡтата. Өфө ком‑ты президиумы рәйесе А.И.Верниковский. Ырымбур губерна Й.и.к. 1917 мартында ойошторола. Ырымбур губернаһының Орск, Силәбе, Ырымбур һ.б. ҡала, өйәҙ һәм улус Й.и.к. эшмәкәрлеген көйләй. Милицияны ойоштороуға һәм уны ҡоралландырыуға аҡса йыйыуҙы яйға һала. Окт. аҙ. тиклем Ырымбур губерна крәҫтиән депутаттары советы һәм Ырымбур эшсе һәм һалдат депутаттары советы м‑н хеҙмәттәшлек итә. 26 окт. Петроградта ҡораллы күтәрелеш һөҙөмтәһендә Рәсәй респ. Ваҡытлы хөкүмәте ҡулға алына, 4 нояб. Рәсәй респ. ХКС‑ы вәкиле С.М.Цвиллинг тарафынан Ырымбур губ. Ваҡытлы хөкүмәт органдары законһыҙ тип иғлан ителә. 8 нояб. Ырымбурҙа Ваҡытлы хөкүмәттең губерна комиссары Н.В.Архангельский һәм Ырымбур казак ғәскәре атаманы А.И.Дутов ҡатнашлығында үткән Ырымбур ҡала думаһы һәм Ырымбур губерна Й.и.к. берләштерелгән ултырышында Ватанды һәм Революцияны ҡотҡарыу б‑са Ырымбур ком‑ты ойошторола. Ком‑т Ирекле армия ойошторорға тотона, 15 нояб. Цвиллингты һәм совет власы яҡлыларҙы ҡулға алыу т‑да күрһәтмә бирә. 1918 й. ғин. Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары һәм Ҡыҙыл гвардия отрядтары Ырымбурҙы алғандан һуң Ырымбур губерна Й.и.к., Ватанды һәм Революцияны ҡотҡарыу б‑са Ырымбур ком‑ты тарҡала. Ватанды һәм Революцияны ҡотҡарыу б‑са Ырымбур ком‑ты рәйесе В.Ф.Барановский.

Әҙәб.: Баженова Т.М. Комитеты общественной безопасности в системе органов власти Временного правительства (в феврале—октябре 1917 г.) //Правовые проблемы истории государственных учреждений. Свердловск, 1983; Мордвинцев Г.В. Уфимский губернский комитет общественных организаций //Февральская революция и проблемы истории Башкортостана. Уфа, 1997.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019