ОКТЯБРЬСКИЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ
ОКТЯБРЬСКИЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Дүртөйлө, Октябрьский, Туймазы ҡҡ., ш. уҡ Баҡалы, Благовар, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош, Туймазы, Шаран р‑ндары ҡулланыусыларын, ш. иҫ. “ОЗНА” пр‑тиеһын, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводын, Туймазы автобетоновоздар заводын электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив-диспетчер хеҙмәте Октябрьский ҡ. урынлашҡан, район диспетчер пункттары атап үтелгән бөтә райондарҙа ла бар. 2012 й. составына дөйөм билдәләнгән ҡеүәте 1607 МВ·А булған 35—110 кВ көсөргәнешле 90 электр подстанцияһы, 0,4—10 кВ (оҙонлоғо 8921 км) һәм 35— 110 кВ (1607 км) көсөргәнешле электр тапшырыу линиялары ингән. Хеҙмәтләндереүҙең дөйөм күләме 38866 шартлы берәмек тәшкил итә. 1964 й. “Башкирэнерго”ның Дүртөйлө р‑ны электр селтәрҙәре һәм “Сельэнерго”ның Туймазы р‑ны электр селтәрҙәре базаһында О.э.б.с. булараҡ ойошторола, 1992 й. алып “Башкирэнерго” филиалы, 2005 й. “БашРЭС—Нефтекама” — “Башкирэнерго” ААЙ‑ның “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ бүлендек йәмғиәте филиалы составына инә. 2012 й. алып О.э.б.с. “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” ААЙ “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ бүлендек йәмғиәтенең производство бүлексәһе. Пр‑тие тарафынан БР‑ҙа тәүге тапҡыр дөйөм ҡеүәте 2200 кВ·А булған ел электр станцияһы (Туймазы р‑ны Төпкилде а.) файҙаланыуға индерелгән (2001).
Ш.Ғ.Китабов
Тәрж. Г.А.Миһранова