Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЬ ПРОМЫСЛАҺЫ ҠОРАМАЛДАРЫ ЗАВОДЫ

Просмотров: 1370

ОКТЯБРЬСКИЙ НЕФТЬ ПРОМЫСЛАҺЫ ҠОРАМАЛДАРЫ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Быраулау һәм нефть промыслаһы ҡорамалдары (500‑ҙән ашыу төр), уларға запас частар, нефть промыслаһы инструменттары яһау һәм ремонтлау пр‑тиеһы; нефть промыслаһы ҡорамалдарын техник яҡтан хеҙмәтләндерә, йөк күтәреү ҡоролмаларына, ҡаҙандарҙы күҙәтеү һ.б. объекттарға эксперт тикшереүе һәм техник яҡтан ҡарау эшен алып бара. Составында нефть промыслаһы ҡорамалдары (1985 й. асыла), ремонт-механика стандарт булмаған ҡорамалдар һәм әҙерләмәләр (икеһе лә – 1976), махсус техника һәм ҡорамалдар ремонтлау (2001) һәм насос‑компрессор торбалары (2006) цехтары; техник диагностика һәм эксперт тикшереүе үҙәге (1997), кислород (1987), инструменталь-ремонт (1976), нефть промыслаһы ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү (2011), тәрәндән алыусы насос ҡорамалдарын сервис хеҙмәтләндереү (2013) участкалары бар. 2012 й. 2500‑ҙән ашыу кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар – БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең быраулау һәм нефть‑газ сығарыу пр‑тиелары.

 1976 й. “Башнефть” ПБ‑ның быраулау һәм нефть промыслаһы ҡорамалдарын ремонтлау һәм прокатлау б‑са Октябрьский производство хеҙмәтләндереүенең үҙәк базаһы булараҡ ойошторола, 1995 й. алып хәҙ. исеме м‑н “Башнефть” АНК филиалы, 2003 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: