Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ОРГТЕХНИКА", предприятие

Просмотров: 906

“ОРГТЕХНИКА", приборҙар һәм инженерлыҡ хеҙмәтен автоматлаштырыу һәм механикалаштырыу сараларын етештереү предприятиеһы. 1930 й. Өфөлә яҙыу машинкаларын йүнәтеү һәм реставрациялау б‑са механика оҫтаханаһы булараҡ ойошторола, 1937 й. алып Башҡ‑н ҮБК эргәһендәге Дәүләт балалар комиссияһының производство, сауҙа һәм ярҙамсы пр‑тиелары берекмәһе идаралығының яҙыу машинкалары производствоһы (1931 й. — 8, 1933 й. — 70, 1935 й. — 250, 1938 й. 758 яҙыу машинкаһы эшләнә). 1938 й. башлап Өфө яҙыу машинкалары з‑ды, 1985 й. “О.” Башҡ‑н ПБ асыла, уның составына Өфө яҙыу ма‑ шинкалары з‑ды (баш пр‑тие), яҙыу саралары сығарыу б‑са производство (1986 й. алып Бөрө филиалы), Иглин үлсәү заводы, Өфө һыҙым приборҙары з‑ды инә. 1991 й. берекмә “О.” Башҡ‑н ПБ ҠП‑на үҙгәртелә, 1997 й. башлап “О.” ДУП‑ы, 2000 й. ябы‑ ла. Составына слесарлыҡ, механика, йыйыу, инструмент цехтары; штамплау, уйынсыҡтар, гальваника, станоктар ремонтлау участкалары ингән (1966). Пр‑тие автоматлаштырыу, иҫәпләү техникаһы саралары, яҙыу машинкалары, авторучкалар һ.б. сығарған (ҡара: Оргтехника). 1998 й. 170 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: