Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРГТЕХНИКА

Просмотров: 999

ОРГТЕХНИКА, идара итеү һәм инженер‑техник эштәрҙе механизациялау һәм автоматлаштырыу өсөн техник саралар комплексы. О. сараларына авторучкалар, диктофондар, коммуникация (телефон, факсимиль аппараттары), электрон (компьютер), баҫыу (яҙыу машинкалары, принтерҙар), ҡабатлау (копир аппараттары, сканерҙар) ҡоролмалары һ.б. инә. О. мәғлүмәтте әҙерләү, эшкәртеү, һаҡлау өсөн, һыҙым, хисап эштәрен һ.б. үтәү өсөн ҡулланыла. 20 б. 30‑сы йй. Өфөлә яҙыу машинкаларын етештереү ойошторола (ҡара: “Оргтехника”). 1931 й. алып “Башкортостан”, 1961—2000 йй. – “Башкирия”, “Уфа‑2”, “Уфа‑2М” яҙыу машинкалары, 1986—2000 йй. – автоматлаштырылған системалар өсөн тамғаларҙы синтезлай торған бәләкәй габаритлы баҫыу ҡоролмалары (СМ‑6327, СМ‑6337 һ.б.), төрлө телдәрҙә баҫыу өсөн электрон клавиатуралы һәм сәскә тажы рәүешендәге тиҙ алынмалы хәреф тотҡостары булған “Эмпика” яҙыу машинкаһы уйлап табылған һәм етештерелгән. 1941—2000 йй. Өфө һыҙым приборҙары з‑дында идара итеүҙе һәм инженер‑техник хеҙмәтте механизациялау һәм автоматлаштырыу саралары етештерелгән. 1997 й. алып “Спектр” ЯСЙ‑нда (Бөрө ҡ.) авторучкалар сығарыла.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: