Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОМЛЕВ Пётр Александрович

Просмотров: 1418

КОМЛЕВ Пётр Александрович (4.6.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Воскресенский а., хәҙ. БР‑ҙың Благовещен р‑ны Воскресенка а., — 20.2.1945, Латвия ССР‑ы), лётчик, өлкән лейт. (1944). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1942). 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. мартынан Көньяҡ, 4‑се Украина, 3‑сө һәм 1‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө һауа армияһы 7‑се штурмлау авиация корпусы 289‑сы штурмлау авиация див. 686‑сы штурмлау авиация полкының звено ком. өлкән лейт. К. 120 хәрби осошта (1944 й. окт. ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944), 1‑се (1944) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Өфөләге урамға бирелгән, Өфө тепловоздар ремонтлау заводы бинаһына уға мемориаль таҡтаташ, БР‑ҙың Благовещен ҡ. бюст (2000) ҡуйылған.

 Әҙәб.: Б у л а т о в Г. Он не считал врага //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023