Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИГЛИН, ауыл, Иглин р-ны үҙәге

Просмотров: 1129

ИГЛИН, ауыл, Иглин р‑ны (1935—63 йй., 1964—65 йй. һәм 1966 й. алып) һәм Иглин а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Өфөнән Т.-Көнс. табан 49 км алыҫлыҡта, Бәләкәс й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Иглин—Красная Горка, Иглин—Архангел автомобиль юлдарында, Куйбышев т. юлында (Өфө—Кропачёво участкаһы) урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1,4 мең кеше; 1920 — 2,3; 1939 — 4,9; 1959 — 7,3; 1989 — 12,8; 2002 — 13,9; 2010 — 16,8 мең кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). “Башсортсемовощ” ДУП‑ы филиалы, Иглин үлсәү заводы урынлашҡан, ПУ, 4 урта мәктәп, ш. иҫ. Иглин урта мәктәбе №1, балалар музыка (“Вдохновение” халыҡ вокал ансамбле) һәм сәнғәт мәктәптәре, 7 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, мәҙәниәт йорто (2 үҙешмәкәр халыҡ коллективы), мәсет, сиркәү бар.

Ауылға Өфө өйәҙе Ҡобау улусы Бәләгәҫ а. башҡорттарынан секунд‑майор С.В.Иглин 1786 й. купчий ҡағыҙы б‑са һатып алған аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалына. 1865 й. алып, фараз ителеүенсә, 18 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Архангел а. м‑н ҡушылғандан һуң, Архангел (Иглин, Бәләгәҫ) исеме м‑н теркәлгән, 58 йортта 371 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 сиркәү, училище, кирбес з‑ды, һыу тирмәне, икмәк магазины булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. сиркәү, ҡатын‑ҡыҙҙар һәм ирҙәр өсөн министрлыҡ мәктәптәре, уҡыу бүлмәһе булған китапхана, почта станцияһы, 4 тимерлек, шарап кибете, 4 сәйхана һәм 11 бакалея кибете, 2 мөгәзәй күрһәтелгән. 1920 й. Иглин а., Иглин ҡасабаһы һәм т. юл ст. теркәлгән, һуңынан бергә иҫәпкә алына башлай. 50‑се йй. И. 1786 й. алып билдәле булған Мерәй а. (Ә.Х.Дилмөхәмәтованың тыуған ауылы) ҡушылған. 1963 й. башлап ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала. 1963—64 һәм 1965—66 йй. Нуриман р‑ны үҙәге. Сауҙагәр Мининдың элекке магазиндары һәм торлаҡ йорттары, сиркәү старостаһы йорто, беренсе земство мәктәбе (бөтәһе лә кирбестән, 20 б. башы) биналары — архитектура ҡомартҡыһы. А.Д.Вакульский, Н.К.Корнев, М.Һ.Ҡунафин, В.Ф.Меос, В.В.Шерешовец ошо ауылда тыуған.

 

Н.Д.Семёнов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019