Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЙСТРЕНКО Валерий Николаевич

Просмотров: 1638

МАЙСТРЕНКО Валерий Николаевич (8.9.1947, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Новиковка а. — 17.5.2023, Өфө ҡ., БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Бекетов а. ерләнгән), химик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2006), химия фәндәре докторы (1990), профессор (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1970), 1975 й. алып шунда уҡ эшләй: 1989 й. — химия факультеты деканы, 1992 й. — органик булмаған химия, 2012 й. — аналитик химия кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1993 й. алып БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда: директор урынбаҫары, 1996—2009 йй. директор. Фәнни хеҙмәттәре координациялы берләшмәләр химияһы, экология һәм аналитик химия өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. М. тарафынан затлы металдар менән комплекстар барлыҡҡа килтереү реакцияларында полифункциональ көкөрторганик берләшмәләрҙең реакцияға һәләтле булыуы тикшерелгән, электрохимик сенсорҙар табылған, тәбиғи һәм сәнәғәт объекттарында ағыулы металдарҙы, диоксиндарҙы һ.б. билдәләү ысулдары тәҡдим ителгән (улар аттестацияланған һәм Дәүләт реестрына индерелгән). Ул супертоксиканттарҙы һәм тотороҡло органик бысратҡыстарҙы экологик‑аналитик мониторингылау концепцияһын эшләгән. Сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү буйынса тикшеренеүҙәр үткәргән, тау тоҡомдарын эшкәртеү һәм машиналар эшләү предприятиелары ҡалдыҡтарын утилләштереү технологияһын уйлап тапҡан. “Башкирский экологический вестник” (“Башҡортостан экология хәбәрҙәре”) ж. баш редакторы (1998—2009).

 Х е ҙ м.: Эколого‑аналитический мониторинг супертоксикантов. М., 1996 (авторҙ.); Эколого‑аналитический мониторинг стойких органических загрязнителей. М., 2004; Модифицированные электроды для вольтамперометрии в химии, биологии и медицине. М., 2010 (авторҙ.). 

Ф.Х.Ҡудашева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023
Шәхестәр:
0