Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУҘЫ, Бөрө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 648

ҠУҘЫ, Курыш, Бөрө р‑нындағы ауыл, Шишмә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 348 кеше; 1920 — 434; 1939 — 416; 1959 — 525; 1989 — 368; 2002 — 440; 2010 — 444 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1745 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1865 й. 50 йортта 234 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 бакалея кибете, ауыл эргәһендә ер биләүсе Кощеев усадьбаһы теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: