Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕРКАПТАНДАР

Просмотров: 1244

МЕРКАПТАНДАР, т и о л д а р, т и о с п и р т т а р, спирттарҙың дөйөм формулалары RSH (R — углеводородлы радикал) булған көкөртлө аналогтары. Тәбиғәттә аҡһымдар серегәндә барлыҡҡа килгән продукттарҙа осрай. Үҫемлек (яңы туралған һуғанда пропил‑М.) һәм йәнлек (һаҫыҡ бурһыҡтың бүлендектәрендә бутил‑М.) сығышлы М. табылған, ҡайһы бер нефть, газ конденсаттары, уларҙың сығарылмалары — цистеинпротеназа ферменты составына инә. Ябай төҙөлөшлөләрҙән метил‑М — газ (tҡайнау 6°С), этил‑М алып пентадецил‑М. тиклемдәре — шыйыҡса, ҡатмарлы төҙөлөшлө М. — ҡаты матдә. Ябай төҙөлөшлө алифатик М. ҡырҡыу һаҫыҡ еҫле. Ярашлы спирттар м‑н сағыштырғанда, М. тиҙ осоуы, үҙ‑ара ассоциацияланыуға аҙ бирелеүе м‑н характерлана. М. — көсһөҙ к‑та, газ фазаһында 400°С көкөртлө водород һәм олефинға тарҡала. Тоҙҙар — меркаптидтар барлыҡҡа килтерә, дисульфидтарға окисландырыла, алкендарға ҡушыла. Синтезлауҙың төп ысулдары: һелтеле металдарҙың әсе сульфидтарын алкиллаштырыу, тиомочевинаны алкилгалогенидтар м‑н конденсациялау һәм барлыҡҡа килгән тоҙҙарҙы гидролизлау һ.б. Сәнәғәттә ябай төҙөлөшлө М. катализаторҙар ярҙамында 300—350°С спирттарҙы көкөртлө водород м‑н үҙ‑ара тәьҫир итештереп алалар. М. һәм уларҙың сығарылмаларын синтетик каучуктарҙың вулканизацияһын һәм пластификацияһын тиҙләткес, антиокислитель итеп, ҡайһы бер дарыу препараттарын синтезлауҙа, инсектицидтарҙы — радиациянан һаҡланыуҙа, М. ҡатышмаһын (йышыраҡ С2—С5) зарарлы газдарҙы ароматизациялауҙа ҡулланалар. Башҡортостанда М. Илеш (масса б‑са 0,5%) һәм Ишембай төркөмө (1,2%) ятҡылыҡтарының юғары көкөртлө нефттәрендә, Бөркөт (2,5%) һәм Исем (масса б‑са 3,3%) ятҡылыҡтарының газ конденсаттарында осрай. НИИнефтехимда углеводородтарҙы меркаптанһыҙлаштырыу процесы эшләнгән (Рәфҡәт М.Мәсәғүтов, А.Х.Шәрипов). 20 б. 60‑сы йй. алып Химия ин‑тында алкилмагнийгалогенидтар булғанда олефиндарҙы тииллирлау реакцияһы тикшерелгән (Ф.Я.Ҡәнзәфәров, Г.А.Толстиков). Нефть эшкәртеү продукттары нигеҙендә сульфидлы концентраттар синтезлау ысулы эшләнгән (Н.К.Ляпина, Л.А.Мельникова, Толстиков). РФА‑ның Н.Д.Зелинский ис. Органик химия ин‑ты м‑н берлектә алкилвинилсульфондар алыуға булышлыҡ иткән М. алкиндар м‑н берләшеү реакциялары өйрәнелгән (Т.Е.Пивоварова, Е.Н.Прилежаева һ.б.). Ишембай нефте фракцияһынан (tҡайнау 180—300°С) метанол‑һелтеле экстракция ҡулланып дивинилстироллы каучуктар һәм полиметилметакрилат (А.И.Воробьёва, Е.А.Макова, Р.Д.Оболенцев) синтезлауҙа полимеризация көйләгесе сифатында перспективалы булған М. концентраты (С5—С16), гербицидтар (В.И.Дронов, Н.Н.Новицкая, Прилежаева) һәм өҫкө йөҙҙә актив матдәләр (Ә.С.Лоҡманова, А.С.Прочухан), бисульфидтар (Лоҡманова, Г.М.Прохоров) етештереү өсөн сеймал бүлеп алыу ысулы эшләнгән. Индивидуаль М. (С3—С16) шыйыҡ хлоропрен каучуктары (Й.Х.Бейешев, Ю.Б.Монаков) алыу өсөн ҡулланылалар. Феноллы Манних нигеҙҙәре м‑н М. реакциялары нигеҙендә (С4, трет‑С12) полимер материалдарҙың стабилизаторҙары сифатында ҡапланған фенолдарҙың S‑сығарылмалары синтезланған (Толстиков һ.б.). 1976 й. Дронов тарафынан тәүге тапҡыр формальдегид һәм төрлө кетондар м‑н конденсация (Манних реакцияһының яңы йүнәлеше — алкилтиометиллашыу) ярҙамында М. конденсациялау реакцияһы тасуирлана. 1989—98 йй. был реакция Л.Ә.Баева, Ляпина, А.Д.Улендеева тарафынан газ конденсаттарын, нефтте, бензиндарҙы һәм ағынты һыуҙарҙы көкөртлө берләшмәләрҙән таҙартыуҙың сәнәғәт технологияһын эшләү маҡсатында М., дисульфидтар, көкөртлө водород һәм уларҙың ҡатышмаларын көкөртлө реагенттар сифатында конденсациялау өсөн өйрәнелә. Тәүге тапҡыр нефть һәм газ эшкәрткән заводтарҙың утилләштерелмәүсе һелтеле ағымдарының М. алкилтиометиллау реакцияларына индереү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, һелтеле ағымдарҙағы натрий гидроксидын регенерациялау һәм экстрагенттар, коррозия ингибиторҙары һәм биоцидтар сифатында ҡулланылған сульфидтар ҡатышмаһын алыу процестарының бәйләнешле булыуы билдәләнә. Био- һәм фармакоактивлы берләшмәләрҙе бер реакторлы синтезлау ысулы эшләнә. 70‑се йй. аҙ. юғары алкил‑М. 2 стадиялы алыу ысулы: пропиленды олигомерлаштырыу һәм реакция продукттарының алкилалюминийдихлорид катализаторында көкөртлө водород м‑н артабан бәйләнешкә инеү тәҡдим ителгән (У.М.Джемилев, Ю.Я.Нелькенбаум, Ю.А.Сангалов). “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда пропилендың тетрамерҙары нигеҙендә латекстар, каучуктар (“Каучук” ЯАЙ) производствоһында полимерлашыу көйләгесе итеп ҡулланылған М. трет‑С12 алыу процесы үҙләштерелгән. 1982 й. алып М. (С2—С3) ҡатышмаларын юғары көкөртлө тәбиғи газдан бүлеп алалар.

Әҙәб.: Общая органическая химия. Т.5. М., 1983; Реакция тиоалкилирования. VI. Конденсация кетонов с гидросульфидом калия и формальдегидом //Журнал органической химии. 1990. Т.26. 

Н.К.Ляпина

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: