Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕТАН

Просмотров: 1094

МЕТАН, һ а ҙ г а з ы, р у д н и к г а з ы, CH4, туйынған углеводородтарҙың гомологик рәтенең 1‑се вәкиле, углеводород газдарҙың төп компоненты. Вулкан газдарында осрай, Сатурн һәм Юпитер атмосфералары метандан тора. Органик матдәләр серегәндә, нефть һәм нефть продукттарын термик эшкәрткәндә, таш күмерҙе кокслаштырғанда һәм гидрирлағанда барлыҡҡа килә. Төҫһөҙ һәм еҫһеҙ газ, тығыҙлығы 554 кг/м3, tҡайнау — 164,5°С, tиреү — 182,5°С, tтоҡаныу — 187,9°С, тоҡаныуҙың концентрацион сиге 5—15%, этил спиртында, эфирҙа, дүрт хлорлы углеродта, углеводородтарҙа яҡшы эрей, һауа м‑н шартлаусан ҡатнашма барлыҡҡа килтерә. Радикал алмашыныу реакцияларына инә. Төҫһөҙ ялҡын м‑н яна, М. тулыһынса янмаһа — ҡором, каталитик__формальдегид, көкөрт м‑н ҡушылыу һөҙөмтәһендә — көкөртлө углерод барлыҡҡа килә. Ағыулы түгел, һауала метан миҡдарының күбәйеүе тонсоғоуға килтерә, ПДК 300 мг/м3. Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын ер аҫтында эшкәрткәндә бүленеп сыҡҡан М. хәүеф тыуҙыра. Сәнәғәттә М. тәбиғи йәки крекинг газынан, углеродтың оксид һәм диоксидынан гидрирлап алалар, лаб. шарттарҙа натрий ацетатын һелте м‑н ҡушыу, алюминий карбидын гидролизлау, метилмагнийгалогенидтарҙы тарҡатыу юлы м‑н алалар. Көнкүреш һәм сәнәғәт яғыулығы, тәбиғи кокс һәм биогаздар составында альтернатив яғыулыҡ сифатында ҡулланалар (ҡара: Мотор яғыулығы). Сәнәғәттә М. синтез‑газ (ҡара: Синтетик шыйыҡ яғыулыҡ), метил спирты, углеводородтарҙы, уксус кислотаһын, ацетилен, техник углерод, синиль кислотаһын (цианлы водород) һ.б. алыу өсөн ҡулланалар. Башҡортостанда М. тәбиғи газ, газ конденсаты составында, нефттең эйәрсен газдарынан (Ишембай нефтендә — 42,4%, Туймазыныҡында — 41%, Шкаповтыҡында — 47%) сығарып алалар. 20 б. 70—90 йй. БашНИПИнефттә (Р.К.Ғәлиева, Д.М.Шәйех‑Әли) нефттәрҙең һәм тәбиғи газдарҙың составын һәм физик‑химик үҙенсәлектәрен өйрәнеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Нефть эйәрсен газдарының составында М. масса б‑са 90—98% тәшкил итеүе асыҡланған. Республиканың бөтә нефть эшкәртеү заводтарында М. кислород пары м‑н газификациялап водород алалар.

У.М.Джемилев

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: