Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАРКОВА Елена Николаевна

Просмотров: 622

МАРКОВА Елена Николаевна (1897 й. июне, Днепропетровск ҡ. — 2.3.1984, Ленинград ҡ.), психиатр. Медицина фәндәре докторы (1949). БАССР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Днепропетровск медицина институтын тамамлаған (1922). 1924 й. алып Ульяновск өлкә психиатрия дауаханаһында бүлек мөдире. 1926 й. башлап Башҡортостан республика психиатрия дауаханаһында (1932 й. башлап бүлек мөдире) эшләй. 1936—46 йй. Республика психоневрология диспансеры мөдире, бер үк ваҡытта 1937 й. алып БДМИ‑ла уҡыта. 1949 й. башлап С.М.Киров исемендәге Ленинград табиптар белемен камиллаштырыу институтында эшләй (1966—69 йй. психиатрия кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге эпилепсия ваҡытында азотлы матдәләр алмашыныуы боҙолоуын, баш һөйәгенең ябыҡ травмалары ваҡытында психопатологик синдромдарҙы, психик ҡаҡшауҙар этиологияһына экзоген факторҙар тәьҫирен өйрәнеүгә арналған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.05.2023