Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАСТИТ

Просмотров: 947

МАСТИТ (гр. mastoјs — имсәк, түш), һөт биҙенең шешеүе.

Кеше М. Специфик һәм специфик булмаған; киҫкен һәм хроник; бер яҡлы һәм ике яҡлы; интермаммар, субареоляр, ретромаммар М. айырыла. Сероз, инфильтрат һәм эренле формалары була. Йышыраҡ бала тапҡандан һуңғы осорҙа барлыҡҡа килә (82—87%‑та осрай). Инфекция имсәктең ярылған урындарына гематоген һәм лимфоген юлдар аша үтеп инә. Ауырыуға лактостаз сәбәпсе була. Төп билдәләре: һөт биҙҙәренең тупаҫланыуы, тире гиперемияһы, ауыртыу, т‑ра күтәрелеү һ.б. Хроник формала үткәндә — тире тығыҙлана, эренле бөтәү яралар барлыҡҡа килә. Өҙлөгөү: күкрәк ситлеге флегмонаһы, плевра эмпиемаһы, сепсис. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. тикшеренеү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Сероз һәм инфильтрат формаларын дауалау — консерватив (антибиотиктар, һөт һурғыстар, физиотерапия), эренле формаларын дауалау оператив ысулдар ярҙамында үткәрелә. Медицина университетында М. диагностикалау һәм дауалау (Н.Ғ.Ғатауллин, М.Ә.Нартайлаҡов, О.С.Попов, В.Ғ.Сәхәүетдинов, В.М.Тимербулатов), яраны плацентар аллотрансплантант м‑н ябыуҙың пластик ысулдарын эшләү (Р.Ә.Ниғмәтуллин) б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла.

Хайуандар М. Сероз, катараль, фибриноз, эренле, геморрагик, ҡатнаш һәм специфик (елен актиномикозы, туберкулёзы, бешмәһе); киҫкен (7—8 тәүлеккә тиклем һуҙылған), ярым киҫкен (6 аҙнаға тиклем) һәм хроник (6 аҙнанан ашыу); асыҡ клиник һәм йәшерен М. айырыла. Йышыраҡ һыйырҙарҙа быҙаулағандан һәм кәзәләрҙә бәрәсләгәндән һуң тәүге аҙналарҙа һәм һыуалдырған ваҡытта барлыҡҡа килә. М. сәбәптәре: елендең бәрелеп имгәнеүе һәм яралары, машина м‑н һауыу ҡағиҙәләрен боҙоу, һалҡын алдырыу, сир тыуҙырыусы микроорганизмдар тәьҫире һ.б. Барлыҡҡа килеүенә орғасы малдың ауырыуҙары (ашҡаҙан алды атонияһы, эндометрит һ.б.), нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, йәшел мал аҙығы фитоэстрогендары һ.б. булышлыҡ итә. Төп билдәләре: тән т‑раһы күтәрелеү, елендең боҙолған өлөшөнөң ҙурайыуы, тығыҙланыуы һәм ауыртыуы, һөт кәмеүе, һөттә казеин ойоштары һәм киҫәктәре булыуы (ауыр формаларында — киҫәкле ойоштар м‑н һыулы экссудат, ҡайһы берҙә эрен һәм ҡан ҡатыш). Өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал (елендең тығыҙланып ҡатыуы һәм гангренаһы). Диагностика өсөн клиник һәм лаб. (һөттө анализлау) тикшеренеү мәғлүмәттәрен файҙаланалар. Дауалау: физиотерапия, патогенетик терапия (новокаин блокадалары), медикаментоз (антибиотиктар, сульфаниламидтар һ.б.). Иҫкәртеү: яҡшы сифатлы аҙыҡ биреү, аҫрау һәм ҡарауҙың зоогигиеник нормаларын үтәү, йәшерен М. асыҡлау һ.б. Аграр университетта 20 б. 40‑сы йй. алып был ауырыуҙы дауалау ысулдарын камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла (Р.Ғ.Дәүләтбаев, И.Ф.Заянчковский, Р.Т.Маннапова, А.Н.Шутов һ.б.); М. ваҡытында һыйырҙарҙа иммунитет статусы торошо өйрәнелә (Р.Б.Хәзипов). Ауыл хужалығы институтында М. быҙауҙар һаулығына йоғонтоһо тикшерелә (В.Х.Кинйәғолов, Н.Г.Фенченко, В.Р.Хөсәйенов). О.С.Багданова,

Е.Н.Сковородин, И.И.Һиҙиәтов 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: