Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕДИЦИНА ҒИЛМИ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ

Просмотров: 1328

МЕДИЦИНА ҒИЛМИ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ, медицина өлкәһендә тикшеренеү эштәре алып барған ғалимдарҙың һәм практик һаулыҡ һаҡлау эшселәренең ирекле берләшмәләре. Йәмғиәттә ағзалыҡ шәхси һәм коллектив нигеҙҙә бойомға ашырыла. Башҡортостанда 1882 й. Өфө табиптары йәмғиәте ойошторола, ул земство табиптарын, ветеринарҙарҙы һәм провизорҙарҙы берләштергән. 1930 й. Башҡ‑н тире‑венерология ҒТИ (ҡара: Тире‑венерология диспансеры) базаһында дерматовенерологтар йәмғиәте төҙөлә, 1934 й. Өфө табиптар йәмғиәтенән хирургтар секцияһы (һуңыраҡ — йәмғиәт) бүленеп сыға, аҙаҡ башҡа һөнәрҙәр б‑са мед. йәмғиәттәре булдырыла. 1965 й. БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эргәһендә Фәнни мед. йәмғиәттәре советы ойошторола, 1993 й. алып ҡайһы бер мед. йәмғиәттәре үҙ аллы ассоциацияларға бүленә. БР‑ҙа 31 М.ғ.й. һәм ассоциация эшләй (2007): дерматовенерологтар йәмғиәте (1930), хирургтар (1934), офтальмологтар ассоциацияһы, Рәсәй акушер‑гинекологтар йәмғиәтенең БР‑ҙағы төбәк бүлексәһе, неврологтар йәмғиәте (бөтәһе лә — 1936), фтизиатрҙар (1938), оториноларингологтар (1946), терапевтар (1953), радиологтар (нурҙар ҡулланып диагноз ҡуйыусылар һәм терапевтар; 1954) ассоциациялары, кардиологтар йәмғиәте (1965), травматологтар, ортопедтар һәм протезсылар (1966), онкологтар (1973), балалар хирургтары (1991) ассоциациялары, иммунологтар йәмғиәте (1986), Рәсәй перинаталь мед. белгестәре ассоциацияһы бүлексәһе (1995), “Рәсәй педиатрҙары союзы” ойошмаһының респ. бүлексәһе, стоматологтар, аллерголог‑иммунологтар (барыһы ла — 1996), наркологтар (1998), БР ашығыс мед. ярҙамы эшселәре ассоциациялары, Рәсәй мед. лаборатор диагностика ассоциацияһы бүлексәһе (икеһе лә — 1999), БР‑ҙың мануаль мед. (1999), тергеҙеү мед. табиптары, физиотерапевтар, дауалау физкультураһы һәм спорт мед. (2002) ассоциациялары, Төбәк‑ара дәлилләү мед. белгестәре йәмғиәтенең бүлексәһе (2003) һ.б. Шулай уҡ ҡара: Ғилми йәмғиәттәр. 

Ш.З.Байков, А.У.Кинйәбулатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: