Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕДИЦИНА БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

Просмотров: 1016

МЕДИЦИНА БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, һаулыҡ һаҡлау һәм мед. фәне өсөн урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү, уларҙың белемен камиллаштырыу системаһы. 18— 19 бб. Башҡортостан өсөн урта мед. кадрҙары Ырымбур хәрби госпитале эргәһендәге фельдшерҙар мәктәбендә; 19 б. табиптар Ҡазан ун‑тында әҙерләнә, унда йыл һайын Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр өсөн урындар ҡалдырылған. Урта мед. кадрҙары ш. уҡ Өфө губерна дауаханаһы (ҡара: Республика клиник дауаханаһы) эргәһендәге земство тарафынан әҙерләнә. 1904 й. Өфөлә тәүге шәхси акушер‑фельдшерҙар мәктәбе (ҡара: Акушер‑фельдшер мәктәптәре); 1908 й. земство тарафынан ҡатын‑ҡыҙҙар акушер-фельдшер мәктәбе асыла (ҡара: Медицина колледжы). Революцияға тиклем һәм совет власының тәүге йылдарындаурта мед. персоналын әҙерләү Өфө Александрия общинаһы шәфҡәт туташтары ҡарамағында була. 1919 й. респ. һаулыҡ һаҡлау ХК‑нда мед. курстары асыла, 1920 й. беренсе сығарылыш (78 тыңлаусы) була. 20‑се йй. уртаһынан шәфҡәт туташтарын һәм санитар кадрҙарҙы Рәсәй Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенең Башҡ‑н район идаралығы (РҠТЙ БРИ, ҡара: Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе) әҙерләй башлай: 1926–29 йй. 120 шәфҡәт туташы, 120 санитар дружинасы әҙерләнә, тәүге мед. ярҙамы күрһәтеү түңәрәктәрендә 5900 кеше өйрәтелә. Башҡ‑н трахоматоз ҒТИ‑нда (ҡара: Күҙ ауырыуҙары институты) трахомаға ҡаршы көрәш өсөн шәфҡәт туташтары әҙерләү ойошторола. 1929 й. алып БАССР һаулыҡ һаҡлау ХК РҠТЙ БРИ эргәһендә санитар‑химик һаҡланыу б‑са табиптарҙың белемен күтәреү курстары ойоштора. 30‑сы йй. уртаһында табиптар — БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты), урта мед. хеҙм‑рҙәре — Өфө, Белорет, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй ҡҡ. мед. һәм фарм. техникумдарында әҙерләнә. Б.В. һуғышы осоронда фронт өсөн шәфҡәт туташтарын ш. уҡ РҠТЙ БРИ әҙерләй: 905 табип, 1500‑ҙән ашыу фельдшер, 3334 шәфҡәт туташы, 7538 санитар дружинасы һәм 1645 санитар әҙерләнә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа респ. күп кенә урта махсус белем биреү учреждениелары (ҡара: Урта профессиональ белем) асыла. М.б.б. системаһы үҙ эсенә дөйөм һәм махсус белем биреүҙе ала. Дөйөм мед. белеме урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында бирелә, уларҙа “Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге” һәм “Медицина ғилеме нигеҙҙәре” дисциплиналары өйрәнелә. Махсус мед. белемен урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында: юғары белемде — БДМУ‑ла, урта махсус белемде Башҡорт медицина колледжында, Белорет медицина колледжында, Бөрө медицина‑фармацевтика колледжында, Бәләбәй медицина колледжында, Өфө медицина колледжында, Салауат медицина колледжында, Сибай медицина колледжында, Стәрлетамаҡ медицина колледжында, Туймазы медицина колледжында алалар. Табиптар һәм провизорҙарға өҙлөкһөҙ М.б.б. программаһын тормошҡа ашырыу клиник интернатура һәм ординатурала, аспирантурала, докторантурала, БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тында, урта мед. персоналдарына — Мед. хеҙм‑рҙәренең белемен камиллаштырыу үҙәгендә (ҡара: Урта медицина һәм фармацевтик белеме булған хеҙмәткәрҙәрҙең белемен камиллаштырыу училищеһы) алып барыла. М.б.б. үҫтереүгә Н.Ф.Воробьев, З.Ә.Ихсанов, Ф.Х.Камилов, Ю.А.Лоцманов, В.Ғ. Сәхәүетдинов, В.М.Тимербулатов, С.М.Трайнин һ.б. ҙур өлөш индерә.

Әҙәб.: Башкирский государственный медицинский университет. Страницы истории и современность. Уфа, 2007. 

 Ә.Ғ.Хәсәнов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: