Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОМПЕНСАТОРҘАР

Просмотров: 995

КОМПЕНСАТОРҘАР, ҡоролмалар, машиналар, приборҙарҙың торошона һәм эшләүенә төрлө факторҙарҙың (т‑ра, баҫым, арауыҡтағы урыны һ.б.) йоғонтоһон компенсациялау йәки тигеҙләштереү өсөн механик ҡоролмалар йәки тултырғыстар. Ҡуҙғалмаусы (дистанцион втулкалар, көйләү прокладкалары, ҡулсалар һ.б.), периодик рәүештә ҡуҙғалмалы (көйләү шөрөптәре, эксцентриклы втулкалар һ.б.) һәм өҙлөкһөҙ эшләүсе (валдарҙың салшайыуын һәм күсәрҙәш булмауын компенсациялау, гидросистемалар, үткәргес торбалар һ.б. өсөн муфталар) К. айырыла. Үткәргес торба К. эшләү принцибы б‑са шыума һәм деформациялы (сильфондар, линзалар) була. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. алып “Салаватнефтемаш” пр‑тиеһында үткәргес торбалар өсөн сильфонлы К. күпләп сығарыла. 60‑сы йй. башлап “Гидравлика” пр‑тиеһында ӨДАТУ хеҙм‑рҙәре ҡатнашлығы м‑н “Гидромеханика” тәж. КБ‑нда (Өфө) уйлап табылған авиация һәм космос сәнәғәте өсөн төрлө сильфонлы (һығылмалы) К. етештерелә. 1998—2000 йй. ИПТЭР‑ҙа “Компенсатор” ААЙ‑нда (С.‑Петербург) һәм “Севмаш” ФДУП‑ында (Северодвинск ҡ.) сығарылған виброизоляциялау һәм компенсациялау системаларының насос агрегаттары өсөн КС тибындағы махсус сильфонлы һәм ПРКУ тибындағы мөйөш К. эшләнә.

В.Ҡ.Итбаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019